19.09.2016 "18 сентябрҙәге Берҙәм тауыш биреү көнө нисек үтте?" - политолог-сәйәсмәндәрҙәр яуап бирә
БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының идара итеү проблемалары һәм дәүләт хеҙмәте ғилми-тикшеренеү үҙәгендәге сәйәси эҙләнеүҙәр бүлеге начальнигы, политология, социология, философия кафедраһы доценты, сәйәси фәндәр кандидаты Николай Евдокимов фекеренсә 18 сентябрҙағы урындағы үҙидаралыҡ органдарын һайлау бик мөһим булды.
- Бындай һайлауҙар федераль кимәлдәгенән түбәндәрәк, күләгәлә торған кеүек булһа ла, кешеләр көн дә депутатҡа, муниципаль Советҡа килеп үҙенең һорауын бирә ала. Шуның менән урындағы власть органы беҙгә туранан-тура йоғонто яһай, тормошобоҙҙо ойоштора, - тип белдерҙе эксперт.
Политологтың фекеренсә фирҡәләрҙең һаны артыуы уларҙың йомғаҡтарында әллә ни сағылыш тапманы. Сәйәси һәм фирҡә системаһы тотороҡло икәндәрен күрһәтте. “Дәүләт Думаһында быға тиклем булған дүрт фирҡә үҙ эшен дауам итәсәге көн кеүек асыҡ. Сәйәси көстәрҙең нисбәте бер аҙ үҙгәрҙе. Һайлауҙар ҡатнаш системала ҡоролғас, бер мандатлы округтарҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең лидер булыуы күренде.
18 сентябрҙа депутаттарҙы фирҡә исемлектәре һәм бер мандатлы округтары буйынса һайланыҡ, шуныһы менән был процедура ҡыҙыҡлы булды. Бер нисә йыл элек был системаны инҡар иткәйнек, хәҙер кире уға ҡайттыҡ, - тип белдерҙе Николай Евдокимов.
Евгений СОБОЛЕВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты доценты:
Дөйөм алғанда һайлауҙар юғары кимәлдә үтте, тип иҫәпләйем. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр ҙә булды, әлбиттә, әммә артыҡ ҡурҡыныс түгел. “Берҙәм Рәсәй” партияһының еңеренә шик юҡ ине. Икенсенән, Башҡортостандың төрлө районында дәғүәселек кимәле төрлөсә булды. Ул иһә һайлауҙа көслө кандидаттарҙың ҡатнашыуы менән билдәләнә. Атап әйткәндә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа конкурентлыҡ юғары булды. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Зариф Байғусҡаров дәғүә итһә, шул уҡ ваҡытта элекке Премьер-министр Раил Сарбаевтың да кандидатураһы бар ине. Өсөнсөнән, шуны билдәләп үтер инем, башҡа йылдар менән сағыштырғанда һайлауҙа ҡатнашыусылар кимәле түбәнерәк булды. Был иһә һайлау процесына ҡарата ышаныс юғала барыуын аңлата.
Данияр АБДРАХМАНОВ, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты:
- Башҡортостан Республикаһынан РФ Дәүләт думаһына биш партия үтте. Партияларҙың күп булыуын ыңғай баһалайым, сөнки был тағы ла киңерәк ҡолас йәйеп эшләргә, тағы ла күберәк кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡларға мөмкинлек аса.
Шуныһы әһәмиәтле: һуңғы бер нисә йыл эсендә республикалағы власы муниципаль райондарҙың элиталары араһында дәғүәселек булдырыуға өлгәшкән. Был дәғүәселек мөхите сәләмәт һәм урынлы. Шуға ла урындарҙа әле үткән һайлауҙарға халыҡ әүҙем барҙы, алдан да ҡыҙыҡһыныу көслө ине. Граждандарҙың үҙ тауыштарының мөһим икәнлеген белеп, аңлап тороуы бик шәп.
Дмитрий МИХАЙЛИЧЕНКО, политолог, БДПУ-ның философия, социология һәм политология кафедраһы профессоры, философия фәндәре докторы:
«Һайлауҙар легитим үтте. Ҙур партияларҙан «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, «Ғәҙел Рәсәй» партиялары күпселек тауышты йыйҙы. Республикала уларҙың да үҙ һайлаусылары бар икәнен күрһәтте. Һайлау системаһы хәҙер үҙгәрҙе. Үткәрелгән праймериздарҙа ла күп кандидат үтмәй, төшөп ҡалды. Һайлауҙарҙа административ ресурс ҡулланылманы, фальсификациялар булманы. Әлбиттә, һайлау комиссияларында ғауғалар булыуы ишетелде. Улар күп түгел. Хәҙер РФ Дәүләт Думаһында Башҡортостандан яңы депутаттар корпусы эшләйәсәк. Ниндәй генә партияға ҡарамаһы, улар республикабыҙ мәнфәғәтендә, берҙәм хеҙмәт итһен. Ниндәйерәк халыҡ һайланыусыһы булғандарын ваҡыт күрһәтер».
Дмитрий КАЗАНЦЕВ,
БР-ҙың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, политолог:
Тәү сиратта шуны билдәләп үтер инем: республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, урындағы властар һайлау кампанияһын ойоштороу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырған. Үткән һайлауҙың юғары конкурентлы булыуы ла шуға бәйле, тип уйлайым. Элек депутатлыҡҡа партия исемлеге буйынса үтһәләр, был юлы кампанияның ҡатнаш система буйынса ойошторолоуы – бер мандатлы округтар буйынса һайлау системаһын индереү сәйәси көрәште тағы ла етдирәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итте. Бер мандатлыларҙың агитация мәлендә үҙҙәренә ыңғай образ тыуҙырыу маҡсатында яңы сәйәси технологияларҙы ҡулланыуы ла үҙенсәлекле булды. Миҫал өсөн, бер мандатлы округтан сығыш яһаусы Рифат Шәйхетдиновты алайыҡ. Уның атҡа атланып, ҡаршылыҡтарҙы еңергә әҙер батыр образын һынландырған роликтары бик уңышлы килеп сыҡты.
Был кампанияның һайлау тураһындағы яңы ҡануниәткә ярашлы үтеүе йәмғиәт фекере менән “уйнау”ҙы кисектерергә ярҙам итте. Элек депутатлыҡҡа кандидат билдәле кешеләр, урындағы етәкселәр менән бергә төшкән фотоһүрәттәрен, баннерҙарҙы ҡуллана ине, был юлы ул тыйылды. Һәр кандидат халыҡ менән, һәр һайлаусы менән эш итергә тейеш булды, быныһы бик мөһим ине.
Территорияларҙы таждарға бүлеү системаһын индереү, һәр округка ауыл-ҡасабаларҙан тыш, ҡалаларҙың инеүе отошло булды тип иҫәпләйем, сөнки ҡала халҡы власҡа ҡарата талапсаныраҡ.