19.09.2016 Ә беҙҙең ауылда... (16 сентябрь)
Был аҙнала беҙ Мәсетле, Баймаҡ, Ауырғазы райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Зилә МИҢЛЕБАЕВА,
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы:
– 14 сентябрҙә районыбыҙ “Тыныслыҡ йүгереүе” халыҡ-ара факел эстафетаһын ҡабул итте. Беҙҙең балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Силәбе, Омск, Әстерхан өлкәләре, Пермь крайынан, Хорватиянан, Ҡаҙағстандан, Екатеринбург ҡалаһынан йыйылған йүгеректәрҙе Свердловск өлкәһе сигендә ҡаршыланы. Район үҙәгендә уларҙы 1-се лицей һәм башҡорт гимназияһы уҡыусылары тәбрикләне, мәҙәниәт бүлеге менән берлектә йырлы-моңло тамаша тәҡдим итте. Көн йонсоу тороуға, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, барыһының да кәйефе күтәренке ине.
Спортсылар Еңеү паркындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Оло Ыҡтамаҡ урамдары буйлап факел менән үтте. Аҙаҡ эстафетасылар Дыуан районына юлланды. Уларҙы Яңы Яуыш, Дыуан-Мәсетле ауылдары уҡыусылары оҙатып ҡалды.
Сәғиҙә БАЙНАЗАРОВА,
Баймаҡ районының Төйәләҫ ауылы:
– Үткән ял көндәрендә Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында тәүге тапҡыр “Супердетки Сибая – 2016” ярышы үтте. Унда тирә-яҡ райондарҙан килгән 3 – 8 йәшлек балалар көс һынашты. Улар “Яратам һине, Сибай!” темаһына визитка күрһәтте, ижади конкурста ҡатнашты, дефиле яһаны.
Ярышҡа Төйәләҫ ауылының “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһынан Эльвира Хәсәнованы алып барҙыҡ. Ҡатнаш ғаиләлә тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, ул ижади конкурста, визиткала башҡортса йырланы, бейене. Ата-әсәһе баланы үҙебеҙҙең рухта тәрбиәләүен күреү бик ҡыуаныслы. Һөҙөмтәлә Эльвира беренсе урын яуланы. Ул ноябрҙә Өфөлә үтәсәк республика ярышында ҡатнашасаҡ.
Вазифа ҒӘЛИУЛЛИНА,
Ауырғазы районының Үтәймулла ауылы:
– Мосолмандарҙың көтөп алған Ҡорбан байрамын беҙ ҙә бик шәп итеп уҙғарҙыҡ. Ауылыбыҙҙың “Зиннур” мәсетенә иртә менән йыйылдыҡ. Баҡсасы, фермер Илнур Ибраһимов биргән һарыҡты салғандан һуң, муллабыҙ Фуат Ғибәҙуллин аят уҡыны. Артабан ҡорбан итенән ауыҙ иттек. Һуңғараҡ йөрөй алмаған ололарға барып, ҡорбан итен күстәнәс итеп өләштек.
Мәсетебеҙ һис тә буш тормай, ололар менән бер рәттән, йәштәр, уҡыусы балалар ҙа йөрөй.