14.09.2016 Өфө. Әй һәм Революция урамдары киҫелеше. 1990 йылдың апреле.
Бына ун йыл элек кенә Өфө урамдарында ошондай "Икарус" автобустары йөрөнө. Аҙаҡ, 2006-2008 йылдар арауығында улар юҡҡа сыҡты.
Кадрҙа "Телеүҙәк-Сипайлово" маршруты буйынса йөрөгән 2-се автобус (Икарус-280) күренә. Ҡом тейәлгән ЗиЛ-ММЗ-4502 үҙбушатҡыс кузовлы йөк машинаһы менән ЗиЛ-131 бортлы йөк автомобиле "Әй урамы" туҡталышына яҡынлаша. Ә бына ЗиЛ-130В1 седельный тягачы һөйрәткән К4-АМГ он ташығыс ярымтағылмаһы Революция урамына боролған.