RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешегә бер нисек тә ярап булмай

05.09.2016 Кешегә бер нисек тә ярап булмай

Кешегә бер нисек тә ярап булмайБик эҫе көндәрҙең береһендә атай кеше улы һәм ишәге менән ҡаланың туҙанлы урамы буйлап китеп бара. Үҙе ишәккә атланған, ә улы дилбегәне тотҡан.
– Меҫкен бала, – ти үтеп барыусы, – бәләкәй генә аяҡтары хайуан артынан саҡ өлгөрә. Нисек оялмайынса, баланың ныҡ арығанын күрә тороп, ултырып бараһың?..
Атаһы был кешенең һүҙҙәрен йөрәгенә шул тиклем яҡын ала. Мөйөшкә боролғас та ишәк өҫтөнән төшә лә, улын ултырта. Күп тә үтмәй, уларға икенсе кеше осрай. Ул көслө тауыш менән:
– Оят түгелме һиңә! Солтан һымаҡ ишәк өҫтөндә ултыраһың, ҡарт атайың һеҙҙең арттан йүгерә, – ти.
Малай ҙа был һүҙҙәрҙән төшөнкөлөккә бирелә һәм атаһына үҙенең артына ултырырға ҡуша.
– Кешеләр, ҡарағыҙсы! – тип ҡысҡыра бер ҡатын. – Меҫкен хайуанды шулай итеп яфалағанды, ошондай ҙа ҡаты бәғерлелекте күргәнегеҙ бармы? Бахыр малҡайҙың ҡабырғалары беленеп тора, ә был ике эшлекһеҙ уның өҫтөндә диванда ултырған һымаҡ йәйелгән…
Аталы-уллы бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, ишәк өҫтөнән төшә. Бер-ике аҙым да атламайҙар, уларға ҡарап, бер ир:
– Ниңә ишәгегеҙ бер нәмә лә эшләмәй, бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй? Хатта икегеҙҙең береһен арҡаһына атландырмаған? – тип көлә.
Атай кеше ишәктең алдына күп итеп һоло ҡуя ла, улының иңбашына ҡулын һалып:
– Нимә генә эшләһәк тә, барыбер кемдер берәү беҙҙең менән ҡәнәғәт булмаясаҡ. Шуның өсөн үҙебеҙгә нисек яйлы икәнен үҙебеҙ хәл итергә тейешбеҙ, – ти.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне