31.08.2016 Тирмәкәйҙә кем йәшәй?
һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тиҙәр. Бына Америка ғаиләһе ҡыуыш уҡ ҡормаған, ә беҙгә бик яҡын булған торлаҡта – тирмәлә йәшәргә уйлаған.
Ипотека алыу йә йорт һалыу беҙҙә генә ҡыйынға төшәме тиһәк, баҡһаң, Америкала ла шундай проблема бар икән. Ғаилә башлығы Джон әйтеүенсә, уларҙың кредит алып, бурысҡа батҡыһы килмәгән. “Ә тирмәләге көнкүреш мәшәҡәттәре минең өсөн уйын кеүек кенә”, – тип ебәрә ир. Ҡатыны Грейс та күптән уңайлы коммуналь системаларҙан, хеҙмәттәрҙән ялҡыуын, уларҙан ҡотолорға хыялланыуҙарын һөйләгән, имеш.
Тирмәләре янында бәҙрәф ҡаҙғандар, сауналары бар, ҡояш батареялары ла ҡуйылған. Һыуҙы алыҫ түгел ерҙән барып алалар. Әлегә бында йәшәүҙәренә йыл ярым булған. Күпмегә түҙерҙәр икән, билдәһеҙ. Әйткәндәй, улар йәшәгән Миннесота штатында ҡыш ярайһы һалҡын ғына була икән.
Ә беҙ, наҙланып, тирмәне бөтөнләй онотоп барабыҙ. Әллә йәйгелеккә булһа ла алырға инде, ҡаланың ҡыҙған кирбес йортонда йәшәгәнсе?
Айсын АҠБУЛАТОВА.