RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үрнәктең алтын ҡуллы уҙаманы

29.08.2016 Үрнәктең алтын ҡуллы уҙаманы

Үрнәктең алтын ҡуллы уҙаманыИлһам Искәнйәров теләһә ниндәй юлда ла йөрөй алырлыҡ автомобиль эшләгән

Ауыл ерендә уңғандар ғына яҡшы донъя көтә ала. Ундағы шарттарға яраҡлашырға, кәрәк-ярағын теүәлләп, ваҡытында эштәреңде атҡарып барыу һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш түгел.

Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Илһам һәм Миләүшә Искәнйәровтарҙың ихатаһына барып ингәс, ишек алдының башҡаларҙыҡынан айырылып тороуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Бында хужаның да, хужабикәнең дә уңғанлығы ап-асыҡ сағыла ине. Май сүлмәге тышынан билдәле – матур йорттары тыштан асыҡ һары төҫкә буялған, вагондан йәтеш кенә итеп аласыҡ (йәйге кухня) эшләп алғандар – йылы миҙгелдә сәй эсеүгә бигерәк уңайлы, ихаталары әллә нисә төрлө гөл-сәскәгә күмелгән. әммә һүҙ был турала ғына түгел, ихатала иғтибарҙы үҙенә иң ныҡ йәлеп иткәне Илһам Искәнйәровтың үҙ ҡулдары менән эшләгән “текә“ автомобиле ине.
– Тау-соҡорло ауылда йәшәгәс, тап ошондай машина беҙгә кәрәк тә инде, – тип һүҙен башланы ғаилә башлығы. – Тәгәрмәстәре – УАЗ-дыҡы, Москвич – 2141 машинаһының кузовын алып ҡуйҙым. Йәйгеһен еләк-емеш, бесән ваҡытында соҡор-саҡырлы юлдарҙы үтергә яңы машинаны әрһеҙләге килмәй. Бынан тыш, беҙҙең Үрнәк ауылында ҡышҡы бурандар юлға ҡарҙы шул тиклем ныҡ һала, машинала түгел, хатта ат менән дә йөрөй алмаған саҡтар булды. Быйылғы ҡышты ғына алғанда ла, 4 – 5 метр ҡалынлығында көрт һалып ташланы, шуға күрә, үҙемә оҡшағанса, бындағы юл шарттарына яуап бирерҙәй ошо “вездеход“ты әтмәләп алырға тура килде. Яҙғы һәм көҙгө бысраҡ ваҡытта йөрөргә лә бик уңай. Балаларыбыҙ әбеш ауылына йөрөп уҡығас, юл булмағанда ошо машина уларҙы ташырға ла ярап ҡалды.
Эйе, ысынлап та, район үҙәгенән алыҫ урынлашыу сәбәпле, был яҡтағы ауылдар араһында ҡышҡыһын һәр ваҡыт юл мәсьәләһе киҫкен проблема булып тора. Ислам ағай аптырап тормаған – ҡарҙан таҙартылмаған юлдан “ыһ“ та итмәй йөрөрлөк автомобиль ҡороп, рәхәтен күрә. Елле машинаһын күргән ҡайһы берәүҙәр уға тәгәрмәс, кабиналарын алып килеп, үҙҙәренә лә тап ошондайҙы ҡороп биреүен һораған. Ырымбур өлкәһенән бер танышы өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, уға ла ошондай мөһабәт “вездеход“ ҡороп биргән.
ғаилә башлығы Үрнәк ауылы егете булһа, ҡатыны – Аҡташ ҡыҙы. Татыу ғаилә өс бала тәрбиәләй. ¤лкәндәре Гөлиә Сибай политехник колледжына 3-сө курсҡа барһа, уртансылары әлиә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының 2-се курсына уҡырға барасаҡ. Төп­сөктөре Динарға әле дүрт кенә йәш. Илһам ағай үҙе “Башҡорт баҡыры“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә АЗС операторы булып эшләп йөрөй, ә Миләүшә еңгәй – һатыусы.
Был ғаиләгә ауылда һоҡланмаған кеше юҡтыр. Гөрләтеп донъя көткән Искәнйәровтар ишле мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫрай, матур итеп баҡса үҫтерә. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тиҙәр. ә бына Миләүшә ғәли ҡыҙы иренә һәр яҡлап – һүҙ менән дә, ҡул менән дә ярҙам итеп, һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп тора. Ул тормош иптәше хаҡында:
– ҡулынан килмәгән эше юҡ уның, дәрте булһа, “һә“ тигәнсе үҙе теләгән нәмәне эшләп тә ҡуя. һүрәтте лә бик оҫта төшөрә. Күреүегеҙсә, антенна өҫтөнә, Үҫәргән ырыуының ҡошо тип, пластмассанан торна эшләп ҡуйҙы. Балсыҡ менән гипстан мышы йәки болан эшләгеһе килә, тик әлегә ҡулы теймәйерәк тора, – ти.

Айгизә АСҠАРОВА.
Хәйбулла районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне