15.08.2016 Башҡортостанда түҙеп торғоһоҙ эҫелек аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк
һауа температураһы уртаса алғанда 7 градусҡа артыҡ торасаҡ - термометрҙар көндөҙ 30-35, төндә иһә 16-21 градус күрәтәсәк. Ошо сәбәпле урман янғындары сығыу хәүефе бик юғары булып ҡала. Ғөмүмән алғанда ла ут менән һаҡ ҡыланығыҙ, мунса-маҙар, усаҡ яҡмай тороғоҙ.
Синоптиктар аҙна аҙағына көндәр һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй.
Әйткәндәй Өфөлә август айында өсөнсө тапҡыр температура рекорды ҡуйылды. Кисә Өфө-Дим метеостанцияһында термометр 34,2 градус күрһәтте. 2013 йылдағы рекорд – 32,4.
Өфө-Гидрометүҙәк посында – 34,4, Өфө – Авиация метеорология станцияһында 33,7 градус булды.
12 август республикала иң эҫе көн булараҡ теркәлде: көньяҡта һәм көнбайышта һауа температураһы 36-37 градусҡа етте. Мәҫәлән, Федоровкала +36, Раевкала +36,9, Мәләүездә +37 градус эҫе булды.