15.08.2016 Өршәк буйын йәмләй Мораҙым, уны данлай егет-ҡыҙҙары
Биллеғылыс тигән йылғаның Өршәккә ҡушылған еренән алыҫ түгел, үҙенә генә хас йәме менән бер ауыл урынлашҡан. Ҡыҙҙар тауын ҡосоп ултырған йыйнаҡ өйҙәр Мораҙым ауылына берләшкән. Был ауыл халҡына ғорурлыҡ та, алсаҡлыҡ та, ихласлыҡ та, рух көсө лә хас. Сөнки улар үҙ тарихы менән ғорурлана, тамырҙарын онотмай: легендаларҙа, риүәйәттәрҙә данланған Мең-меркет ырыуының бөгөнгөһө, Мораҙым бей нәҫеле, Ауырғазының даны ул мораҙымдар. Бындағы халыҡ һәр ваҡыт үҙ ерҙәренән сыҡҡан күренекле шәхестәрен йәш быуынға үрнәк итеп ҡуя, улар өлгөһөндә тәрбиәләй. Ә шәхестәр бында байтаҡ: хәрбиҙәр ҙә, артистар ҙа, фән эшмәкәрҙәре лә, яҙыусылар ҙа, билдәле нефтселәр ҙә бар. Ә хәрби авиация кадрҙары әҙерләүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур көс һалыусы, бик күп геройҙар, шул иҫәптән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев кеүек кешеләрҙе тәрбиәләүсе, Башҡортостандың тәүге летчигы Ғәли Ишмырҙинға мораҙымдар Сынтимер Сафин ярҙамы менән үҙенсәлекле һәйкәл-стела ла урынлаштырған. Дүрт метр бейеклектә торбаға беркетелгән “Як – 42” самолеты ел ыңғайына үҙ күсәре тирәләй әйләнеп, һәр кемгә сәләм бирә. Был стела ауылға үҙенсәлекле биҙәк тә, килгән ҡунаҡтарға матур хәтирә лә.
Мораҙымда батырҙар ҙа, талантлылар ҙа, уңғандар ҙа, уҡымышлылар ҙа етерлек. Бөгөн бында 240 йорт иҫәпләнә, уларҙа 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Мәктәп, балалар баҡсаһы, почта-элемтә бүлексәһе, мәҙәниәт йортон, райондың спорт мәктәбе филиалын, амбулаторияны һәм музейҙы берләштергән социаль-мәҙәни үҙәк эшләй. Ҡыҫҡаһы, Өршәк буйын йәмләп, данлап ултырған ауыл ул – Мораҙым.
Ауыл нигеҙе тарихта
Өршәк буйҙарына юл төшкәс, беҙҙе Мораҙым урынлашҡан Михайловка ауыл биләмәһе башлығы Нил Закир улы Ҡудашев ҡаршы алды һәм бүләккә “Мурадым – родовое селение миркитминцев” китабын тапшырҙы. Ул билдәле ғалимдар Фәнүзә Нәҙершина, Рәшит Шәкүр һәм йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдиндың ярҙамы менән донъя күргән. Тәү ҡарашҡа китаптың сифатлы булыуы күҙгә ташланһа, уҡый башлағас, уның бай йөкмәткеһе лә һоҡландыра. Бында ауыл һәм ырыу тарихы ғына яҙылмаған, ә урындағы ауыҙ-тел, халыҡ ижады өлгөләре лә, билдәле шәхестәрҙең тормошо хаҡында белешмәләр ҙә, иҫтәлектәр ҙә ентекләп бәйән ителгән.
Нил Закир улы белеме буйынса физика уҡытыусыһы, ҡасандыр үҙ нәҫеленең сығышы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм үҙе лә аңғармаҫтан тарихҡа ылыға. Уның башланғысы менән ауыл музейында һәр ырыуҙың тарихы өйрәнелгән, шәжәрәләре төҙөлгән. Бөгөнгө көндә ул Мораҙым мәсетенең тарихын өйрәнә. “Архивтарҙа ауыл мәсетенә имам-хатиб һайлау, төҙөкләндереү, мәҙрәсәләргә балаларҙы уҡырға ҡабул итеү буйынса бик күп материалдар һаҡланған”, – тине ул, мәсетте төҙөкләндереү буйынса 1914 йылда эшләнгән проектының күсермәләре менән таныштырып.
Әйткәндәй, Мораҙым ауылының шәжәрәһе 1917 йылда уҡ айырым китап булып баҫылған булған, уның бер данаһы Стәрлетамаҡ ҡала архивында һаҡлана. Унда Мораҙым нәҫеленең 1272 йылда тыуған Ураҙас бей менән бәйле булыуы яҙылған. Тимәк, был ауылдың ете быуаттан ашыу тарихы бар. Нигеҙе ныҡтың – ҡыйығы ныҡ, ти халыҡ әйтеме. Тарихы бай ауылдың киләсәге лә матур булһын, иншаллаһ!
Ағинәйҙәр һаҡлай иманды
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изге йома булыуына ҡарамаҫтан, беҙ Мораҙым мәсетенә эләгә алманыҡ: ҡапҡа тышындағы ҙур йоҙаҡ ҡына ҡаршы алды. Ауылдың имам-хатибын саҡырып шылтыратыу ҙа файҙаһыҙға булды, иман йортонда доға ҡылыу насип булманы.Төшкән кәйефте ағинәйҙәр менән аралашыу күтәрҙе: үҙҙәренең йәшәйеше, аҡылы, булмышы менән ауылдың тәртибен, иманын һаҡлай улар.
Бынан өс йыл элек, Мораҙым ауылының иң абруйлы, иманлы оло быуын ҡатын-ҡыҙҙары мәҙәниәт йорто янындағы Ағинәйҙәр ҡорона берләшеп, тәрбиәүи, әхлаҡи һәм мәҙәни эштәргә ең һыҙғанып тотона. Нимәһе ҡыҙыҡлы: башҡа ерҙәрҙә ундай ойошмаға, башлыса, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителһә, Мораҙымдағы Ағинәйҙәр ҡоронан ябай хужабикәләр ҙә, колхоз эшенә йөрөүселәр ҙә ситтә ҡалмаған.
Мораҙым ағинәйҙәренең ҙур эшен башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырға була: улар бөтә ерҙә тамыр йәйә барған эскелеккә ҡаршы көрәштә үҙ ысулын ҡуллана. Ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре, амбулатория хеҙмәткәре һәм ауыл старостаһы менән бергәләшеп өйҙән-өйгә тигәндәй йөрөп, эсергә яратыусы ир-аттарҙы, көмөшкә һатыусыларҙы, балалары яҙмышына битараф булған, эсергә яратҡан ата-әсәләрҙе, ниндәйҙер тәртип боҙған йәштәрҙе айыҡ тормошҡа өгөтләй.
– Ниндәй генә ҡиәфәттә булмаһын, башҡорт халҡына баҫалҡылыҡ, оялыу хисе хас. Баҫым яһап һөйләшеүҙәр, оялтыуҙар бер ни тиклем һөҙөмтә бирҙе: кемдер эсеүен ташланы, кемдер дауаланырға барҙы. Магазин һатыусылары менән бурысҡа спиртлы эсемлектәр бирмәҫкә тип һөйләшкәйнек, улар ҙа һүҙҙәрендә тора. Йәйге эштәр бер аҙ тамамланыуға бындай рейдтарҙы ҡабаттан башлаясаҡбыҙ, – тине ҡор етәксеһе Динә Ишмөхәмәтова. – Милләттең боҙолоуы, әхлаҡтың юғалыуы, хатта ғүмерҙәрҙең ваҡытһыҙ өҙөлөүе кеүек ҙур афәттәрҙең нигеҙендә эскелек ята. Яңғыҙ ғына уны еңеп булмай, берҙәмлек кәрәк. Шуға күрә Ағинәйҙәр ҡороноң һәр ауылда эшләүе мөһим.
Ысынлап та, бынан 5 – 6 йыл элекке хәлдәр менән сағыштырғанда яҡшы яҡҡа үҙгәреш бар, тип әйтергә була. Мораҙымда 2011 йылда ғына алты кеше үҙ-үҙенә ҡул һалһа, бәхеткә күрә, һуңғы өс йылда бындай күренеш юҡ. Урыны менән ҡәтғи һүҙ әйтеүсе ағинәйҙәр был осраҡта ла ситтә ҡалмаған: боронғо закондар буйынса үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы ауыл зыяратына күмергә ҡаршы булып сығыш яһаған улар. Бындай хурлыҡтан күңелендә әҙ генә булһа ла иманы ҡалған кеше ҡурҡыр ул.
Сәскәле “балнис”
Мораҙым ауылы амбулаторияһына килгән һәр ауырыу ундағы мөхиттән үк үҙен һауығыуға табан барғандай хис итәлер. Ишек алдындағы сәскәләр һәр кемде хуш еҫтәре менән сәләмләй, стеналағы аллы-гөллө һүрәттәр яҡшы кәйеф бүләк итә. Кабинеттарға бүлмә гөлдәре, зауыҡ менән эшләнгән һаулыҡ һаҡлау тураһындағы плакаттар, матур йыһаздар ҡот бирә. Бында, әйтерһең, тәбиғәттең бер өлөшө инеп урынлашҡан: бар ерҙә гүзәллек һәм матурлыҡ хөкөм һөрә. Ете ауылды хеҙмәтләндергән был амбулаторияла татыу бер ғаилә булып акушер Айһылыу Лоҡманова, терапевт Вәкил Мөхәмәтшин, шәфҡәт туташы Эльвира Йосопова, санитарка Роза Нәҙершина, амбулатория мөдире Әлфирә Иҫәнбаева эшләй. Ауырыуҙарҙы дауалау процедуралары, акушер һәм физиотерапия кабинеттары ҡабул итә, теш табибы декрет ялына китеү сәбәпле, ваҡытлыса теш дауалау туҡтатылған. Тиҙ ярҙам машинаһы ҡаты сирлеләрҙе район дауаханаһына алып барырға ярҙам итә.
Йома – йәш балаларға һәм физик мөмкинлеге сикләнгән ауырыуҙарҙың өйҙәренә йөрөү көнө булғанлыҡтан, беҙ амбулатория мөдире Әлфирә Әсвәт ҡыҙы менән генә аралаша алдыҡ. Ул үҙе Ғафури ҡыҙы, 25 йыл элек, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлағас, Мораҙым ауылына килен булып төшә һәм хеҙмәт юлын башлай. 2014 йылда Ауырғазы районының медицина белгестәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ булған.
– Беҙҙең төп бурысыбыҙ – кеше һаулығын һаҡлау. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә еңел. Шуға күрә әүҙем рәүештә халыҡ араһында медицина тикшереүҙәрен ваҡытында үтһендәр өсөн аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта физик мөмкинлеге сикләнгән 33 оло йәштәге һәм алты бала иҫәптә тора. Яман шеш менән ауырыусы ете кеше теркәлгән. 18 кеше эскелек буйынса иҫәптә тора, улар араһында ике ҡатын-ҡыҙ бар, – тип бәйән итте ул, ауыл халҡының һаулығы менән ҡыҙыҡһынғас.
Быйыл бәпәйҙәр күп кенә булмаҡсы Мораҙымда: алты сабый донъяға килгән, тағы ла биш ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Йыл һайын шулай балалар тыуып торһа, ауылдың киләсәге өмөтлө буласаҡ.
Бында ҡыҙҙар ҙа көрәшә
Һаулыҡ өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөһим. Ә Мораҙым ауылы элек-электән батыр көрәшселәре менән дан ҡаҙана. Быйыл ғына төрлө райондарҙа үткән һабантуйҙарҙа ауыл батырҙары 12 еңеү яулаған. 20 йылдан артыҡ райондың спорт мәктәбе филиалында тренер булып эшләүсе Илдус Нәҙершин бер нисә быуын көрәшселәрен тәрбиәләгән кеше. “Миңә һеҙҙең еңеүегеҙ түгел, ә матур еңеүегеҙ кәрәк. Хәрәмләшеп, ҡағиҙәләр боҙоп, милли көрәшебеҙҙең йәмен ебәрмәгеҙ!” – һәр ярыштан һуң көрәшселәренең нисек сығыш яһауын анализлап, ошондай һүҙҙәр менән хаталарын күрһәтә уҡытыусы. Уны уҡыусылары талапсан булыуы һәм тәртип яратыуы өсөн үҙ итә. “Спорттағы барлыҡ уңыштарым һәм ҡаҙаныштарым менән уҡытыусыма рәхмәтлемен. Ул һигеҙ йәшемдән мөмкинлегемде тойоп, үҙ дәрестәренә саҡырҙы. Көрәш майҙанына сыҡҡан һайын уның йөҙөнә ҡыҙҙыллыҡ килтермәҫ өсөн еңеүгә ынтылам. Бөгөнгө көндә беҙ милли көрәштең яңы алымдарын бергәләп өйрәнәбеҙ”, – ти билбау көрәше буйынса спорт мастеры Рушан Ильясов.
Көрәш менән шөғөлләнгән батырҙарҙы күрергә теләп спортзалға йүнәлдек һәм унда йөрөгән һомғол буйлы, ҡалаҡҡа һалып йоторҙай һылыу ҡыҙҙарҙы күреп, аптырашҡа ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, бына инде һигеҙ йыл дауамында милли көрәштән тыш, Мораҙымда билбау көрәше менән дә шөғөлләнәләр икән. Бейеү йәки “Оҫта ҡулдар”түңәрәктәренә, бик булмаһа модель агентлыҡтарына йөрөүсе ҡыҙҙарҙан Диләрә Дилмөхәмәтова менән Зифа Нәҙершина бер нимә менән дә айырылмай кеүек: бөгөндән сәхнәгә сығарырлыҡ улар. Бары тик характерҙарын сыныҡтырыу, сәләмәт тормош алып барыу маҡсатында мәктәп йылдарында билбау көрәше менән шөғөлләнә башлай. Икеһе лә республика чемпионы, Рәсәй кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһап өлгөргәндәр. Мәктәпте тамамлап, Зифа – Башҡорт дәүләт университетында, Диләрә Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем ала, икеһе лә буласаҡ инженерҙар. Илдус Йәғәфәр улы шулай уҡ ҡыҙҙар араһынан Фирүзә Кирәева, Зөһрә Мөхәммәтова, Әлфинә Большакова, Гөлнәзирә Көҫәпҡоловаға киләсәктә ҙур өмөттәр бағлай.
Дәрестәр йәки ярыштар мәлендә алған төрлө йәрәхәттәр күп спортсыларҙы ҡурҡыта һәм улар яратҡан шөғөлөн ташлай. Ә Рөстәм Һатлыҡов менән Алмас Бәхтигәрәев, киреһенсә, уларҙан тағы ла сәмләнә:
– Урамда уйнап йөрөгән саҡта ағайҙарыбыҙҙың көрәшкәнен ҡарарға спортзалға индек һәм был спорт төрө күңелебеҙгә ятты. Көрәш үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо уята, киләсәккә маҡсат ҡуйырға өйрәтә, рухты нығыта. Йәрәхәттәрҙән һуң ултырып үҙеңдең хаталарыңды эҙләй башлайһың, тиҙерәк йүнәлеп, ҡабаттан майҙанға сыҡҡы килә. Ҡабат яңылышмаҫҡа, икенсе юлы мотлаҡ еңергә тигән сәм уяна, – ти егеттәр.
Күп ерҙә мәктәп балалары менән генә шөғөллөнгән уҡытыусыларҙы беләм. Ситкә киткәс, улар нимә менән көн үткәрә, ниндәй уңыштары бар – былар барыһы ла улар өсөн кәрәкмәгән мәғлүмәткә әйләнә. Ә Мораҙым тренеры һәр тәрбиәләнеүсеһенең яҙмышына атайҙарса хәстәрлек күрһәтә. Ялға ҡайтҡан осорҙа дәрестәр үткәрә, ярыштарға йөрөтә, уҡыу осоронда шөғөлләнеү өсөн тренерҙар менән һөйләшә. Тыуған ере менән бәйләнеште өҙмәгән батырҙар шуға ла һаман ауылының данын майҙандарҙа яҡлай.
Быуат тарихлы мәктәп
Быйыл Мораҙым ауылы оло юбилейға әҙерләнә: ауылда мәҙрәсә асылыуға – 165, мәктәп асылыуға 100 йыл тула. Үҙ тарихында ул меңәрләгән балаға белем биргән, ғилем өләшкән. Бөгөнгө көндә ауылдың данын күтәргән барлыҡ шәхестәр ҙә, эшсәндәр ҙә бында уҡырға, яҙырға, тормоштоң асылын аңларға өйрәнгән. Ҡасандыр 300-ләп бала уҡыған мәктәптә быйыл ни бары 94 бала белем ала. 11-се класты 12 уҡыусы тамамлаған, уларға алмашҡа 10 бала 1-се класҡа уҡырға килә. Мәктәптә 16 уҡытыусы, 6 техник хеҙмәткәр эшләй. Мәктәп янында “Ынйылар” балалар баҡсаһы эшләй. Йыл әйләнәһенә 26 бала тәрбиәләнә.
Беҙ килгәндә бында ремонт эштәре бара ине. Юбилей айҡанлы төрлө стендтар яңыртыла, күргәҙмәләр эшләнә. Мәктәп директоры Рушания Ҡудашева уҡыу йорто һәм баҡса менән таныштырып сыҡты. Заманса йыһазландырылған лабораториялар, компьютер класы бынан ун йыллап элек кенә оло хыял булһа, бөгөн улар менән һәр уҡыусы файҙалана ала. Мәктәп ашханаһы өсөн баҡсала картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған үҫтерелә. Ҡышҡылыҡҡа алма, ҡарағат, сейә емештәренән ҡайнатмалар әҙерләнә.
Хеҙмәт дәресе кабинетында булған һәр кем Мораҙымда иң уңған һәм талантлы ҡыҙҙар үҫкәненә ышанасаҡ. Өйгә матурлыҡ һәм йәм бирер өсөн барлыҡ һөнәрҙәргә өйрәтәләр бында: тегеү, бәйләү, бешеренеү, композициялар төҙөү, макраме һәм башҡалар. Ҡул эштәре ҡуйылған шкафтар тотош күргәҙмә залын хәтерләтә. Оҙаҡ йылдар хеҙмәт дәресен алып барыусы уҡытыусы Винера Вәлитова ҡыҙҙар һөнәрле булып үҫһен өсөн күп көс һала.
Ҡәйнәле йорттоң ҡото бар
Талантлы мораҙымдар мәҙәниәт йортонда үткән матур сараларҙан да ситтә ҡалмай. Ҙур тамаша залы концерттарға зар-интизар түгел: байрам саралары, конкурстар даими үткәрелеп тора. Билдәле йырсылар ҙа гастролдәр графигынан Мораҙымды төшөрөп ҡалдырмай. Мәҙәниәт йорто директоры Илшат Вәлитов үҙе лә күп таланттар йыйылмаһы: йырлай ҙа, спектаклдәрҙә лә уйнай, шиғырҙар яҙа, йырҙар ҙа ижад итә. Район мәҙәниәт һарайында үткән сараларҙа ла ҡатнашып өлгөрә ул. Бынан ете йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, тыуған ауылының данын күтәреү маҡсаты менән Мораҙымда эш башлаған. Түңәрәк эштәре яйға һалынған, байрамдарға төрлө саралар ойошторола.
Ауылдың моделле китапханаһында беҙҙе мөләйем йылмайып Ләйлә Дилмөхәмәтова ҡаршы алды. Бөхтәлек, тәртип һәм матур күргәҙмәләр китап йортона йәм бирә. 20 меңдән ашыу китап фонды бай йөкмәткеле, китапхана заманса технологиялар менән тәъмин ителгән. Бында, башлыса, мәктәп уҡыусылары, ялға ҡайтҡан студенттар күпләп йөрөй. Яңы әҙәби әҫәрҙәргә, ваҡытлы матбуғатҡа һорау ҙур. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс ҡыҫҡартыуҙар арҡаһында китапхана икенсе ярты йыллыҡта башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙан мәхрүм ҡалған. Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләй. Аралашҡан ваҡытта, уның 80 йәшлек ҡәйнәһе Фәһимә инәй менән 21 йыл бергә ғүмер кисереүен белеп, татыу ғаилә менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында өйҙәренә юлландыҡ.
Ҡулдарынан гөлдәр тама, тигән әйтем был йорт хужалары тураһында барғанын аңларға була. Баҡсалағы ҙур теплица янында рауза гөлдәренең төрлө сорттары күҙҙең яуын ала, ике ҡатлы өйҙөң тәҙрә төптәре, балкон һикәлтәләре сәскәләргә күмелгән. Хужабикә беҙҙе баҡсаның яңы уңыштары менән һыйлай-һыйлай тормош юлдарын бәйән итте. Фәһимә инәй тормош юлын ошо ауылда үткәргән, хәләл ефете Вәкил олатай менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ул килене Ләйлә менән улы Фәнилгә балаларын тәрбиәләшергә ярҙам итә.
“Ҡәйнәм изге күңелле, һәйбәт кеше. Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, әммә ул һәр ваҡыт үҙендә сабыр булырға көс тапты. Унан өлгө алып йәшәргә тырышам. Йәш саҡта белмәгән эштәремде өйрәтте, балаларҙы ҡарашырға ярҙам итте. Эш менән район үҙәгенә, Өфөлә уҡыған балалар янына йыш барырға тура килә, тыныс күңел менән йөрөп ҡайтабыҙ. Сөнки йорт йылыһын һаҡлаусы, балаларҙы бағыусы яҡын кешебеҙ бар”, – ти ҡәйнәһе тураһында Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы.
Был ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Диләрә – нефть техник университетының, Лиана иҡтисад колледжының 1-се курсын тамамлаған. Айҙар – 8-се, кесе ҡыҙҙары Рита 2-се класта уҡый. Өләсәләре янында өлтөрәп йөрөгән тәртипле, тәрбиәле балаларҙы күреп, ололар тәрбиәһенең мөһимлеген, әһәмиәтен аңларға була. Өс быуындың аҡылы, тәжрибәһе берләшкәндә милләтебеҙ һис шикһеҙ үҙ асылын юғалтмаясаҡ.
Ауыл кешеһе – ер хужаһы
Ауыл кешеһе үҙ еренән табыш алып йәшәргә тырыша. Мораҙымдар күпләп мал аҫрай, күп ғаиләләр умарта тора, һәр йортта иркен баҡсаларҙа емеш ағастары, йәшелсә уңыш бирә. Эре һыйыр малдарынан ғына ауылда биш көтөү сыға, уларҙың һәр береһендә яҡынса 150-шәр баш мал йөрөй. 90 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Илнур Нәҙершин күпләп умарта тота, ә фермер Нурғәле Килдин игенселек менән шөғөлләнә. Йәштәр ҙур аҡса артынан ситкә китһә лә, урта быуын кешеләре урындағы “Урал” ауыл хужалығында эшләүҙе хуп күрә. Балаларыңды тәрбиәләп, үҙ йортоңда ла мал аҫрап йәшәү күпкә уңайлы һәм һөҙөмтәле икәнен белә улар.
Райондың күп ауыл хужалыҡтары 90-сы йылдарҙа уҡ юҡҡа сыҡһа, Мораҙымдар ул яҡтан бәхетле. Оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләүсе Факил Дилмөхәмәтовтың (ике йыл элек һаулыѓы арҡаһында етәкселек дилбегәһен Рәмил Иштуғановҡа тапшырып, бөгөн уның урынбаҫары вазифаһын башҡара) тәжрибәһе, алдан күреүсәнлеге, аналитик фекерләү ҡеүәһе менән 65 кешене эш урыны менән тәьмин иткән хужалыҡ һаҡланып ҡалған. Уны һис икеләнеүһеҙ “Йәшлек”тең тоғро дуҫы тип әйтергә була: ул үҙе уҡыуҙан тыш, ун йыл дауамында төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә еңгән 2 – 3 уҡыусыны хужалыҡ иҫәбенә гәзитебеҙгә яҙҙыра.
– Хужалыҡта эштәр шул тиклем һәйбәт бара, тип маҡтанып әйтә алмайым. Әммә йәшәргә, эшләргә тырышабыҙ, төрлө юлдар эҙләйбеҙ. Беҙҙә бары тик һауынсылар ғына тулыһынса эш хаҡын аҡсалата ала. Уларҙың уртаса эш хаҡы 15 – 18 мең һум. Ә малсыларға, белгестәргә, механизаторҙарға өлөшләтә – аҡса, өлөшләтә иген һәм мал менән бирелә. Йәй айҙарында эш хаҡы иҫәбенә ит алырға теләүселәр күп. Дөйөм алғанда, эш хаҡы буйынса бурыс юҡ, ауыл халҡына пай ерҙәре өсөн дә налогын түләйбеҙ, мал аҙағы, иген бирәбеҙ. Быйылғы уңышты йыйыр өсөн өҫтәмә көс – өр-яңы ике техника алырға ла мөмкинлек таптыҡ. Ҡоролоҡ сәбәпле, быйыл хужалыҡта ҡымыҙ етештерелмәй, үткән йылдарҙа уны һатыуҙан мул ғына табыш алына ине. Әлеге ваҡытта хужалыҡ белгестәр менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителгән, әммә юғары белемле зоотехник килһә, эш урыны табыласаҡ. Алты йылдан хужалыҡты оҙаҡ йылдар дауамында тотоп килгән быуын хаҡлы ялға сыға, шул ваҡытта механизаторҙарға, малсыларға ҡытлыҡ буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ йәштәрҙе юғары эш хаҡы менән ҡыҙыҡтыра алмайбыҙ.
Беҙ барғанда хужалыҡ хеҙмәтсәндәре уңыш йыйыу эштәренә дәррәү тотонған ине. Факил Вәкил улы йәш агроном Илдар Ғәлиев менән таныштырып: “Киләсәк ошондай өмөтлө йәштәрҙә инде”, – тине. Йәш белгес алты йыл элек Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ауылға эшкә ҡайтҡан. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алған, күптән түгел Германияла стажировка үткән. Уның атаһы Наил ағай мәрхүм ғүмер буйы ошо хужалыҡта механизатор булып эшләгән, ер эшенә һөйөү Илдарға унан күскән. Киләсәккә булған уй-ниәттәре тик ауыл менән бәйләнгән егеттең: өйләнеп балалар үҫтереү, яңы технологияларҙы ҡулланып, ауыл хужалығын үҫтереү, йәш белгестәрҙең маҡсатлы программаһына ярашлы кредит алып йорт төҙөү, хужалыҡ данын күтәреү. “Район ерендә лә үҙ һөнәрең менән бынамын итеп йәшәргә була. Тамырҙарым ошо ерҙә, киләсәгем дә уның менән бәйле”, – тине ул хушлашҡанда.
Мораҙымдан Өфөгә яҡты уйҙар, ғорурлыҡ тойғоһо менән юлландыҡ. Тамырҙары ныҡ ағас ел-дауылға бирешмәгәндәй, тәрән тарихы менән киләсәге өмөтлө был ауылдың. Ә киләсәге уның ана: урамда уйнаусы бер төркөм балалар беҙгә ҡул болғап ҡалды...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.