10.08.2016 Хыялыңа тура атла!
Бөгөнгө заман кешегә үҙ-үҙен табырға, һәләттәрен асырға күп мөмкинлек бирә. Күр, өйрән һәм шул мөмкинлекте ҡулыңдан ысҡындырма ғына! Башҡорт дәүләт университетында сит телдәрҙе өйрәнеүсе Ғәлиә Насертдинова тырышып уҡып, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашып өлгөрөүсе йәштәребеҙ иҫәбенән. Яңыраҡ ул Глобал ЮГРАД (Global UGRAD) программаһы буйынса Америкала булып, белемен арттырып ҡайтты. Программаға эләгеү еңелдән түгел, әлбиттә, конкурс шарттары бар. Тәүҙә анкета тултырып, үҙең тураһында эссе яҙырға кәрәк. Шулай уҡ волонтерлыҡ менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған студент булырға тейешһең. Америка илселегендә эшләүселәр скайп аша интервью ала, инглиз телен нисек белеүеңде башҡа төрлө имтихандар ярҙамында ла күрһәтәһең. Ҡыҫҡаһы, программаның маҡсаты – лидерлыҡ сифаттары булған, йәмғиәт үҫешенә өлөш индерә алған, тырыш һәм белемле студенттарҙы һайлап алыу. Был юлы Ғәлиә Башҡортостандан ошо конкурс аша үткән берҙән-бер генә студент булды. Ә Рәсәйҙән 11 кеше үткән. Ошо егет-ҡыҙҙар, оҙайлы, әммә ҡыҙыҡлы юлға сығырға йөрьәт итте – Америка Ҡушма Штаттарына барып ҡайтты. Ғәлиә океан аръяғында йәшәүе, уҡыуы барышында туплаған тәьҫораттары тураһында “Йәшлек” гәзите уҡыусыларына һөйләмәксе.
“Сәләм, Америка!
Өфөнән Мәскәүгә, унан һуң Нью-Йорк ҡалаһына остом. “Йәшел алма”ға тиклем осошом ун сәғәткә һуҙылды. Аҙаҡ Питтсбургҡа тиклем юл өс сәғәт ваҡытты алды. Аэропортта мине һәм башҡа килеүселәрҙе Индиана университеты студенттары ҡаршы алды. Питтсбургтың уртаһынан үтеп киттек, ах, ниндәй матур ул! Ятаҡҡа барып урынлашҡас та, АҠШ-та булыуыма ышана алмай, төнгө икегә тиклем йоҡлай алмай яттым. Студент булып, алышыу буйынса сит илгә барып ҡайтыу теләге 9-сы синыфтан бирле хыялымда ине. Тәүҙә, башҡа программалар тураһында белешеп, АҠШ-ҡа барыу бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаҫтай тойолғайны. Айгөл әхирәтемә рәхмәт, ул Глобал ЮГРАД программаһы тураһында аңлатты. Был йүнәлеш буйынса төрлө илдәрҙә йәшәүсе студенттар бер сирек буйы Америкала уҡып ҡайта ала. Бушлай! Шуға ла 18 йәшем тулыу менән, сит илгә барыу өсөн конкурс шарттарын үтәргә тырыштым. Мәшәҡәттәр күп булды, ләкин тырышыуым бөтә һынауҙарҙы үтергә ярҙам итте. Шулай итеп, ниһайәт, мин – Америкала!
Тәүҙә үк иғтибар иттем: Америка халҡы беҙҙең илде гигант бер һыуытҡыс тип күҙ алдына килтерә. Уларса, Рәсәйҙә йыл буйы ҡыш, ә инде йәйҙең нимә икәнлеген бөтөнләй белмәйбеҙ. Тышта һигеҙ градус ҡына һалҡынайтҡайны, барыһы ла һыуыҡ тип мыжый башланы. Уларға 30, хатта Себерҙәге 70 градус һыуыҡ көндәр тураһында һөйләнем – шаҡ ҡаттылар.
Уҡыу
Мин уҡыған университетҡа 1875 йылда нигеҙ һалынған. Ул Пенсильвания штатындағы иң ҙур университеттарҙың береһе. Ҙур һәм матур! Барыһы ла йылмая (ялған йылмайыу булыуы ла мөмкин, ләкин был әллә ни күңелде төшөрмәй). Һәр кем ярҙам итергә тырыша, ҡайҙалыр саҡыра, печенье-сәй менән һыйлай, бүләк бирә. Ятаҡ ҙур, кампус (студенттар ҡаласығы) үҙе лә бик ҙур, ҡыҫҡаһы, барыһы ла Америка фильмдарында күрһәтелгәнсә. Бында боронғо биналар ҙа күп, тиҙ генә аҙашырға була, шуға ла беҙ барыбыҙ ҙа карта тотоп йөрөйбөҙ.
Белем алыу өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар. Һәр мөйөш һайын компьютер тора, улар менән иртәнән кискә тиклем ҡулланырға мөмкин. Китапхана – үҙе бер айырым тема. Кабинеттарҙа йылы һәм уңайлы, проекторҙар бар. Дәреслектәр, китаптар ныҡ ҡиммәт. Минең бер китабым ғына 100 доллар тора ине, ярай әле программа буйынса бөтә сығымдар ҙа ҡапланды. Китапты ҡуртымға алып торһаң да, яҡынса 50 доллар түләргә тура килә. Ошо хәлде күреп, Башҡорт дәүләт университетында бушлай бирелгән китаптарҙың ҡиммәтен айырыуса аңланым.
Глобал ЮГРАД программаһы буйынса был университетҡа, минән башҡа, Гаити Һәм Индонезиянан студенттар килде. Дөйөм алғанда, 50 сит ил гражданы йыйылғайны. Уларҙың араһынан мин – башҡорт ҡыҙы, француз, швед, корея, британ һәм ҡытай егет-ҡыҙҙары менән ныҡ дуҫлашып киттек. Бергәләп спорт менән шөғөлләнәбеҙ, ҡала буйлап йөрөйбөҙ, ресторандарға ла барып киләбеҙ. Кайл исемле америка студенты ла беҙгә эйәреп алды.
БДУ-ла мин уҡыған төркөмдә 12 студент һәм уларҙың иҫәбе уҡып бөткәнсе тиерлек үҙгәрмәй. Ә бында һәр дәрес һайын яңы кешеләр күренә. “Группалаш”тарҙың үҙгәреп тороуы бик күңелле. Ниңә улай килеп сыға һуң? Эш шунда: Америка студенттары уҡыу өсөн парҙарҙы, уҡытыусыларҙы һәм дәрестәрҙең ҡасан үтергә тейешлеген үҙҙәре һайлап ала. Шулай итеп, улар уҡыу графигын, эштәренә ҡамасауламаһын, уңайлы булһын итеп төҙөй. Ҙур кампус эсендә минән башҡа русса һөйләшеүсе лә юҡ, бер нисә һүҙбәйләнеш белгән бер профессорҙан башҡа. Мине тәүҙә корея ҡыҙы тип уйланылар, Тайвань студенттары японка тип ҡабул иткән. Ә инде волейболда мексика студенттары “үҙҙәренеке” тип ышанып уйнаған булып сыҡты. Ғәрәпсә һөйләшеүсе илдәрҙән килеүселәр исемемде матур итеп әйтә алды. Уларға доға уҡып күрһәткәс, иларҙай булдылар, Рәсәй мосолманы булыуымды белгәс, таң ҡалдылар. Барса халыҡҡа Башҡортостан тураһында презентация әҙерләп күрһәттем, башҡорт кейемендә концертта ҡатнаштым.
Төрлө викторина, уйындарҙа гел азиаттар еңеп сыға. Уларҙы донъяла иң аҡыллылар тип һанау стереотип ҡына булып сыҡманы, ахырыһы.
Университетта ҡайһы бер уҡытыусылар, студенттарҙан яҡшы уҡыуҙан тыш, волонтерлыҡ менән шөғөлләнеүҙе лә талап итә. Талап итһәләр ҙә, итмәһәләр ҙә, Америка студенттары волонтерлыҡ менән шөғөлләнергә ярата: ағас ултырта, сүп-сар йыя, бушлай репетиторлыҡ менән шөғөлләнә, эттәр приютына ярҙам итә һ.б.
Аҙыҡ
Кем генә ашарға яратмай?! Американдар ҙа башҡалар кеүек инде. Беҙҙең кампуста биш ҙур ашхана һәм тағы ла бик күп туҡланыу урыны бар, уларҙың иҫәбе һаны юҡ. Хәҙер төп һорау: Америка студенттары нимә менән туҡлана? Яуап: улар барыһын да ашай! Ашханаларҙа бургерҙарҙан башлап, салаттар, йәшелсә-емештәр, ит һәм балыҡ, ярмаларға тиклем бөтә нәмә лә бар. Ҡыҫҡаһы, йәнең теләгән аҙыҡты табырға була. Кем күпме теләй – шунса ашай, сөнки ашханаларҙа, беҙҙеңсә, ябай итеп әйткәндә “швед өҫтәле” системаһы эшләй. Программаға ярашлы “швед өҫтәле”ндә аҙнаһына 19 тапҡыр туҡлана алырлыҡ картам бар ине. Карта менән башҡа урындарҙа ла ашап сығырға була.
Рәсәйҙәр кеүек, мин дә фастфуд тәғәмханаларындағы газлы һыуҙарҙы яратмайым. Ябай ғына һыу, яңы һығылған һут һәм ҡәһүә эстем. Бер көн хатта сәй ҙә табып алдым! Ысын сәй – ҡыуанысымдың сиге булманы. Бында минән башҡа ла бер сәйхур бар, Лондондан килеүсе Киз исемле ҡыҙыҡай. Ул: “Бөйөк Британияла кешеләр сәйҙе күп эсә”, – тип һағына. Ҡуй инде, булмаҫ, башҡорттарға еткерә алмайҙарҙыр, моғайын, беҙҙә бит сәй эсеп, сынаяҡтарҙы йыуып та өлгөрмәйһең – барыһы ла яңынан сәй эсергә ултырыша. Эҙләнә торғас, үҙем яратҡан эремсек тә табып алдым.
Һәр көн –
үҙе бер донъя
4 мартта бөтә студенттар ҙа яҙғы каникулға таралышты. Америка студенттары өйҙәренә ҡайтып китте, ә беҙ,интернационал төркөм, Флоридаға юлланырға ҡарар иттек. Китеп барышлай Джеймс исемле бик шәп каучсерферҙа (бушлай йоҡлап сығыу урыны менән тәьмин итеүсе кеше) туҡтап киттек. Уның һыуытҡысындағы магниттар араһында Башҡортостан байрағы булғанын да күреп, күҙҙәрем маңлайға менде. Ас инек, урындағы бер кафеға юлландыҡ. Унда шау-шыулы төркөм Бөйөк Британияла тыуған бер ирҙең тыуған көнөн билдәләй икән. Беҙҙең Кайл юғалып ҡалманы – барып юбилярҙы ҡотланы һәм беҙҙең арала Британиянан бер ҡыҙ булыуы тураһында хәбәр итте. Ир шул тиклем шатланды һәм беҙҙе бушлай ашатып сығарҙы.
Ғөмүмән алғанда, һәр бер минут фәһемле үтте. Бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралаштыҡ, аллигатор итен тәмләп ҡараныҡ (тауыҡ итенә оҡшап тора), Диснейлендта шаярышып уйнаныҡ, Тедди исемле бер кеше менән күрештек, ул үҙенең фатирын һатҡан, эшенән сыҡҡан да, Европаға барып ҡайтырға йыйынып йөрөй ине – шәп бит, ә? Майамиҙа ла булдыҡ. Унда кешеләр бик күңелле йәшәй, ҡайҙа ҡараһаң да – йәштәр, клубтар, барҙар. Мин бер генә өлкән кешене күрҙем, ул да булһа – һатыусы. Пляж, ҡояш, халыҡ бик күп, барыһы ла ял итә. Ҡыҫҡаһы, Майамиҙа йөрәгемде генә түгел, бөтә булған аҡсамды ла ҡалдырып киттем. Юлда 40 сәғәт үткәрҙек, ете штатта, һигеҙ ҡалала булдыҡ. Автостоп менән сәйәхәткә сығырға хыяллана инем – хыялым тормошҡа ашты. Тәьҫораттарҙы аңлатып та булмай, был каникул минең ғүмеремдәге иң шәп мәл! Ә инде төрлө илдән килгән студенттар үҙ-ара бер татыу ғаиләгә әйләнде.
Ә һеҙ ҡасан да булһа 56 илдән килгән 56 тиңдәшең тупланған бер бүлмәлә булғанығыҙ бармы? Ул саҡта донъяның ни тиклем ҙур һәм матур икәнлеген аңлайһың. Беҙ шулай өс көнгә Вашингтонға йыйылдыҡ. Ундағылар араһында русса һөйләшеүселәрҙең булыуы ҡыуандырҙы.
Питтсбургтан Өфөгә
Америкала дүрт ай күҙ асып йомғансы үтеп китте. Яҡшы кешеләр менән аралашып, һәр көндө матур итеп ойошторғас, сиректең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Питтсбургтан Нью-Йоркка тиклем самолетҡа ултырғанда күңелде шул тиклем матур хистәр уратып алды, күҙ йәштәремде саҡ тыйҙым. Индиана икенсе йортом булып киткәйне инде, бында яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың һәр береһе менән хушлашыу ауыр ине, ләкин беҙ тағы ла осрашырбыҙ тип уйлайым.
Сит илдә бала һәм үҫмер саҡ хыялдарымды тормошҡа ашырҙым. Быға тиклем тормошта нимә менән шөғөлләнергә теләүемде күҙ алдыма ла килтерә алмай инем, хәҙер ҡарашым үҙгәрҙе. Бөтөнләй икенсе һорауҙарыма яуап таптым. Осраған һәр кем, һәр сәйәхәт, һәр бер әйтелгән рәхмәт мине ҙур һәм бөйөк эштәргә саҡыра.
Global UGRAD программаһы буйынса Америкала булып, уҡып ҡайтыу бәхетенә өлгәштем. Кем белә – бәлки был юлы уңыш һеҙгә йылмайыр, дуҫтар? Хыялдарығыҙға хыянат итмәгеҙ, һәр саҡ маҡсатлы йәшәгеҙ!”
Лилиә СИРАЕВА әҙерләне.