03.08.2016 Әсе емеш
Бер батшаның бик яратҡан ҡоло була. Көндәрҙең береһендә батша уның менән урмандан барғанда ағаста аҫылынып торған бер емеште ҡылысы менән киҫеп төшөрә һәм уның бер киҫәген киҫеп юлдашына бирә. Ҡоло ул киҫәкте тиҙ генә ашап бөтә һәм тағы ла һорай. Батша тағы киҫеп бирә. Шулай итеп һуңғы бәләкәй киҫәк ҡала.
– Туҡта, был емештән үҙем дә ауыҙ итәйем, – тип батша һуңғы киҫәкте үҙе ашарға була. Ләкин ауыҙына алғас, уны кире төкөрөп ебәрә, сөнки әсе, тәмһеҙ була. Батша ғәжәпләнеп:
– Был емеш бик тәмһеҙ һәм әсе бит. Һин уны нисек ашай алдың? – тип һорай.
– Эй, батшам, һинең ҡулың менән бирелгән һәр бер әйбер минең өсөн ләззәтле бит, – тип яуап ҡайтара ҡоло.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, был хикмәтле, ябай ғына хикәйәнән шуны аңлап була – был донъя һәм донъялағы бөтөн әйбер берҙән-бер, яңғыҙ булған Аллаһы Тәғәләнең батшалығы һәм ул – бөтөн әйберҙең хужаһы. Беҙ, кешеләр, ошо донъяла Хоҙайҙың ҡолдары булараҡ йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә был донъя баҡсаһын ике әйберҙән бар иткән. Береһе – һынау, икенсеһе – һөйөнөс. Был донъяға кеше булып тыуған һәр бер бәндә Хоҙай тарафынан һынала һәм бүләкләнә. Донъя гел генә ҡыуаныстарҙан тормай. Аҡыллы кеше донъяла Аллаһы Тәғәләнең барлығын танып, үҙенең көсһөҙ бер мәхлүк, зәғиф бер ҡол икәнлеген танып ҡабул итергә тейеш. Шунда ғына уның тарафынан бирелә торған һынауҙар һәм ниндәйҙер шатлыҡтар уға бер тигеҙ һәм ләззәтле булып тойоласаҡ. Был фани донъяның һынауҙарҙан торған тормош икәнлеген аңлап, Раббыбыҙ алдында үҙебеҙҙең ҡол икәнлегебеҙҙе ҡабул итеп, ошонда һөйөнөс табып йәшәргә насип итһен.
Мәхмүт Шәрәфетдин.
«Бәхеттәрҙең серҙәре» китабынан.