01.08.2016 Ҡыярҙан әҙерләнгән ашамлыҡтар!
Тоҙло ҡыяр
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыярҙың башын киҫеп, бер тәүлеккә һыуҙа тотабыҙ. Эмаль кәстрүлде йәки быяла банканы эҫе һыуҙа яҡшылап йыуғас, төбөнә ҡара ҡарағат япрағы, укроп һәм керән япраҡтары, һарымһаҡ һалына. Ҡыяр йомшармаһын өсөн имән япрағы һалырға ла мөмкин. Һауыт тулғас, тоҙлоҡ әҙерләп ҡойоп, өҫтөнә сепрәк ябып, ҡапҡас ҡаплап, ауыр нәмә менән баҫтыралар. Тоҙлоҡ йылы булһа, ҡыяр тиҙерәк тоҙлана. Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ иҫәбенән ҡайнатыла.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә теләһәгеҙ, тоҙлоҡто ике мәртәбә ҡайнатып, банкаларға һалып, стерилләнгән ҡапҡас менән ябып ҡуйырға кәрәк.
Ҡарағат менән ҡыяр
Тәмләткестәр өсөн 2 – 3 бөртөк ҡара борос, шунса ҡәнәфер бөртөгө, 1 – 2 теш һарымһаҡ, укроп, бөтнөк үләне алына.
Тоҙлоҡ 1 литр һыуға 50 грамм тоҙ, 20 грамм шәкәр, 250 миллилитр ҡарағат һуты һалып ҡайнатыла.
Ҡыяр тоҙлағанда аш һеркәһе урынына 3 литрлы банкаға 2 ҡалаҡ лимон кислотаһы һалырға була.
Ҡыярҙы алдағыса әҙерләп, банкаға тултырып, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Тоҙлоҡ ҡойоп, ҡапҡас менән ябабыҙ.
Ҡыяр салаты
5 кг ҡыяр, 1 кг һуған, 200 г укроп, татлы борос, 1 стакан көнбағыш майы, 200 мл һеркә, 200 гр шәкәр.
Ҡыярҙы, һуғанды һаламлап турап, укроп, татлы борос, көнбағыш майы, уксус һалып, бер сәғәткә ултыртаһың. Стерилләнгән банкаға салатты һалып, тағы 15 минут ҡайнар һыуҙа тотаһың.
Тиҙ тоҙланған ҡыяр
Ҡыярҙы дүңгәләкләп турап, укроп, һарымһаҡ, тоҙ һалып, полиэтилен тоҡсайға тултырып, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Иртәгеһенә ҡыяр әҙер була.