RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (29 июль)

01.08.2016 Ә беҙҙең ауылда... (29 июль)

Ә беҙҙең ауылда... (29 июль)
Был аҙнала беҙ Көйөргәҙе, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Урал ҠӘЙҮПОВ,
Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы:
– Ермолаев ауылында Альберт Юлдыбаев иҫтәлегенә арналған тәүге ҡурайсылар конкурсы уҙғарылды. Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарынан, Күмертау ҡалаһынан 30-ҙан ашыу ҡурайсы ҡатнашты. Альберт Юлдыбаев Көйөргәҙе ерендә ҡурай сәнғәтен тергеҙеүсе, үҫтереүсе, уға йәштәрҙе күпләп йәлеп итеүсе, халҡы өсөн янып йөрөүсе шәхес булараҡ билдәле. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә районда, Күмертау ҡалаһында йөҙҙән ашыу халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралында уйнаусы тәрбиәләнде, ансамблдәр барлыҡҡа килде һәм әле лә уңышлы эшләй. Бынан бер йыл элек Альберт Ғәйфулла улы 67 йәшендә ҡапыл ғына арабыҙҙан китеп барҙы, уның тураһында яҡты иҫтәлек халыҡ күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк. Бәйгелә гран-приға Күмертауҙан Дим Асаинов, ә йәш ҡурайсылар араһынан Линар Аҙнабаев беренсе урынды алды.

Юлай СОЛТАНБАЕВ,
Ейәнсура районының Яңы Петровское ауылы:
– Ейәнсура районы Яңы Петровское ауыл советы биләмәһендә БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Х саҡырылыш Юғары совет депутаты, СССР-ҙың биш ордены кавалеры Бәҙретдин Әбделғәзе улы Йомалиндың тыуыуына 90 йыл тулыу­ға арналған сара үтте. Ул оҙаҡ йылдар районыбыҙ хужалыҡтарын етәкләне. 1968 – 1986 йылдарҙа «Заветы Ильича» колхозы рәйесе булып эшләгәндә хужалыҡ республикала иң алдынғыларҙан булды һәм юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн 45 тапҡыр СССР, РСФСР һәм БАССР хөкүмәттәренең күсмә Ҡыҙыл байраҡтары, дипломдары, Маҡтау ҡағыҙҙарын яуланы. Ҡырҡтан ашыу колхозсы СССР-ҙың орден-миҙалы менән бүләкләнде, күптәр маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Был йылдарҙа хужалыҡтың етештереү объекттары тулыһынса яңыртылыу менән бергә, бөтә ауылдарҙа ла колхоз көсө менән мәҙәниәт йорттары, балалар баҡсалары, магазиндар, Үрген урта мәктәбенең өс ҡатлы бинаһы төҙөлдө.
Бәҙретдин Әбделғәзе улын халыҡ онотмай. Яңы Петровское ауылы мәҙәниәт йортонда уға мемориаль таҡтаташ асылды, яңы нигеҙ һалынған урамға исеме бирелде, ҡәберенә сәскәләр һалынды һәм аят ашы үткәрелде.

Фәүриә ӘБҮТАЛИПОВА,
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы:
– Беҙгә Татарстан республикаһының Аҡтаныш ра­йонынан 70 мәҙәниәт эшмәкәре тәжрибә уртаҡлашырға килде. Ҡунаҡтар клуб менән танышҡас китапханаға йүнәлде, яңыртылған китапхананың матур һәм зауыҡлығына һоҡланды.
Бигерәк тә оҙаҡ йылдар эшләп килгән шиғыр һөйөүселәрҙең “Кәрәҙ” ойошмаһы мөйөшө, этнография бүлмәһе һәм ай һайын бер шиғыр яҙыусының бәләкәс кенә йыйынтыҡ китапсығы баҫтырылыуы менән һоҡланды күршеләр.
Әҙәбиәт залында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың һәр береһенә эшләнгән күргәҙмәләр береһен дә битараф ҡалдырманы. Ә арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ беҙҙең ауыл биләмәһе үҙәгендә генә дүртәү! Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағы ҡунаҡтарыбыҙға бик ныҡ оҡшаны. Телефон номерҙары менән алмашып, китапхана презентациялары күсереп алып, башҡорт һәм татар яҙыусылары китаптарын бер-беребеҙгә бүләк итеп хушлаштыҡ. Бындай осрашыу ике республика араһындағы дуҫлыҡты нығыта, уны ойоштороуҙа ярҙам итеүселәргә – район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлнара Әминеваға, район китапханалар селтәре директоры Миләүшә Бикмәтоваға һәм Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлағы Фидәриә Абдуллинаға ҙур рәхмәт!










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне