25.07.2016 Йыландарҙан абай булығыҙ!
Бөрйән районының элекке бөткән Йәрмөхәмәт ауылы (Әтек ауылына яҡын) янында ошондай инә ҡара йыланға тап булдыҡ. Төҫө сыбар була - ә ата йыланы ҡара төҫтә. Улар парлап йәшәй икән. Русса гадюка тип исемләнә.
Бик көслө ағыулы йылан. Әтнәкәһе - ул үҙе һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кеше, мал-тыуар өҫтөнә баҫып сағыла. Һаҡ булығыҙ!
Сағылғас иң тәүҙә йәрәхәтле аяҡ-ҡулға жгут һалырға кәрәк һәм кисекмәҫтән дауаханаға алып барырға кәрәк. Яндырырға, дары һибергә, ҡырҡырға, һурып алырға ярамай!
Быйыл ҡоро булғас йыландар тәбиғәттә күп осрай.