24.07.2016 Ә беҙҙең ауылда... (22 июль)
Был аҙнала беҙ Көйөргәҙе, Архангел, Илеш райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru.
Мәүлиҙә САДИҠОВА,
Көйөргәҙе районы:
– Яманһарылар сход үткәреп, ауылда һыу торбаларын тотошлай яңыртырға кәңәшләшкәйне. Сөнки һуңғы йылдарҙа торбалар тишелеп аптырата, халыҡ йыш ҡына һыуһыҙ интегә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса 150 мең һум аҡса бүленгәйне. Яманһарылар һәр йорттан 10-ар мең һум аҡса йыймаҡсы булды. Үҙҙәре өсөн йәлме ни? Юғиһә, тағы ла 2 – 3 йылдан һыуһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Ошо көндәрҙә Яманһарыла һыу торбалары һалыу өсөн соҡор ҡаҙыла башланы.
– Соҡорҙоң тәрәнлеге – 1 м 80 см. Тракторсыға «Аныҡ эштәр» проектына бүленгән аҡсанан хеҙмәт хаҡы түләнәсәк. Сират буйынса уны көн һайын бер кеше ашата. Торба һалыу, иретеп йәбештереү эштәрен Ермолаевтан Алексей Червонов етәкселегендәге «Турболидер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарасаҡ. Ауылда һыу үткәреүҙе контролгә алған инициатива төркөмө эшләй. Рауил Йәмилевты етәксе итеп тәғәйенләнек, – ти Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова. – Ауылға һыу үткәреү өсөн 3 мең метрҙан ашыу торба кәрәк. Әле 700 метры бар. Ошо көндәрҙә торбаға 300 мең һум аҡса күсереләсәк.
Ауылда 85 йорт иҫәпләнә. 72 йорт хужалары йыйырға һөйләшкән 10-ар мең һум аҡсаны бирә башлаған. 36-һы тейешле сумманы биреп бөткән.
Бик оло эш башлаған яманһарылар. Ауыр булһа ла аҙағынаса алып барып еткерһәләр, һыу ҡайғыһы бөтөр, исмаһам.
Зәйтүнә ЯМАНҺАРОВА,
Архангел районы, Көмәрле ауылы:
– Күптән түгел ауылыбыҙҙа «Ас серҙәрең, семәрле һандығым» тигән баш аҫтында ҙур фольклор байрамы үтте. Ауылдың мәҙәниәт йорто алдына ҙур тирмә ҡоролдо, өҫтәлдәр теҙелеп ҡуйылды. Милли аш-һыуҙың күплегенән табын һығылып торҙо. Ауылда йәшәгән ҡул оҫталарының төрлө сигелгән, бәйләнгән әйберҙәре, картиналары байрамды биҙәне.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, бөтәһе лә мәҙәниәт йортона йүнәлде. Унда уларҙы ҙур тамаша көтә ине. Зал байрамса зауыҡлы итеп биҙәлгәйне. Сәхнә түренә серле һандыҡ ултыртылған. Уның серен асыуҙы һәр кем түҙемһеҙләнеп көттө. Бына сер асыла ла башланы. Серле ҡумта эсенә ҡурай ҙа, түбәтәй ҙә, тальян гармун да һыйған. Ағинәйҙәр балаларға һәр әйберҙең нимә аңлатыуын төшөндөрә, йомаҡтар сиселә, мәҡәлдәр иҫкә төшөрөлә барҙы. Байрам йыр-бейеү менән аралашып барҙы. Күркәм сараны уҙғарыуҙа һәм ойоштороуҙа ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлнара Мырҙагилдина менән ағинәй Вәсилә Камалетдинова күп көс һалған. Сара һуңынан Липовка ауыл хакимиәте башлығы Илдар Абдрафиҡов иң әүҙемдәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
Илеш районы, Исәмәт ауылы:
– Балалар һаны кәмеү менән 6 – 7 йыл элек күрше Турасы мәктәбе ябылғас, ауыл етемһерәп ҡалғандай була. “Оло йортҡа ни кәрәк, кесегә лә шул кәрәк”, – тигәндәй, турасылар бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, дәртләнеп донъя көтә. Ауылдың мәҙәни тормошо ла һүнмәгән, әленән-әле күркәм саралар үтеп кенә тора, хәҙер инде билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре булып киткән ауылдаштары ҙур байрамдар ойоштора. Күптән түгел ауыл мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды. Мәктәптең, ауылдың үткәнен хәтергә алһындар, киләсәк быуындар яҙып ҡалдырғандарҙы уҡып, ҡарап белһен, тип ветеран уҡытыусы, Исәмәт ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мәрйәм Шәмсиева үҙенең тормош иптәше Рәмил Шәмсиев менән бергә бик күп һәм бай материал туплап, ошо изге эште атҡарып сыҡҡан. Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙың орден-миҙалдары менән тулған һүрәттәре, тыныс тормошта ярты быуат тигеҙ ғүмер кисергән парҙарҙың тормошон һүрәтләгән фотолар, хеҙмәт алдынғыларының, ауыл уңғандарының фотолары ҡуйылған маҡтау таҡтаһы, ауыл халҡының көнкүрешен сағылдырған стендтар Турасының данлы үткәнен күҙ алдына баҫтыра, үҙҙәренең күркәм хеҙмәттәре менән был бәрәкәтле ерҙе данға күмеп, биҙәп йәшәгән кешеләр тураһында һөйләй.