23.07.2016 Комбайнсыларға – машина
Ураҡ өҫтө – ауыл хеҙмәтсәндәре өсөн иң яуаплы осор.
Һауа торошо һәм уңыш ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт ҙур һынау, сөнки көҙгө уңыш яҙмышы – комбайнсы ҡулында. Ошо көндәрҙә иң яҡшы эш һөҙөмтәләре күрһәткән 10 комбайнер бүләккә автомобиль аласаҡ, тип белдерҙе Республика башлығы Рөстәм Хәмитов. Башлыҡ буласаҡ бүләктең маркаһын атаманы, шулай ҙа: “йөрөргә лә, бүләк итергә лә оят булмаған яҡшы машиналар”, – тине.
Тимәк, төбәктәге комбайнсыларға бөтә көстәрен туплап, дәртләнеп эшләргә генә ҡала.