22.07.2016 Эй, матурлыҡ! Шундай тылсымлы һин, Күңелгә көс, илһам бирәһең...
Йәй – уңған ҡыҙ, йәйеп ҡуя һалған
Яландарға сәскә келәмен.
Эй, матурлыҡ!
Шундай тылсымлы һин,
Күңелгә көс, илһам бирәһең.
Ҡояш нуры гөл-сәскәләр менән
Бейегәндә елдең моңона,
Сихырланып ошо матурлыҡтан,
Күңелдәргә дәрттәр уйыла.
Бәхет татып бындай гүзәллектән,
Урғылдырып илһам шишмәһен,
Ғүмерҙәрҙең бәрәкәтен күреп,
Һәр бер кеше матур йәшәһен.
Гөлнур Ҡыуатова.