20.07.2016 Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ йәки алкаштар өсөн “фәһемле” кәңәштәр
Был мажаралар бер ауылда булһа ла, республикабыҙҙың һәр ауылы өсөн дә уртаҡтыр. Сөнки ауыл геройҙары, башлыса, ир-ат, эске менән бәйле бер үк хәлгә тарый торған. Бахмур, эсергә аҡса юҡлыҡ, ҡатындарҙан ҡасыу кеүек проблемалар беҙҙең ауыл ир-аттарын ғына “борсомайҙыр”. Ауыл кешеһе үҙенең тапҡырлығы, үҙенә генә хас юморы менән башҡаларҙан айырылып тора. Геройҙарымдың күптәре бөгөн иҫән түгел инде, ә кемдер, бәлки, үҙен таныһа, моғайын, үпкәләмәҫ. Сөнки бындай мажаралар тик уларҙың ғына “милке” булып тормай: улар тыумаҫ элек унан оло ағайҙары был хәлде үҙ елкәһендә татыған булған. Йәштәр өсөн ҡайһы бер ҡушаматтар ҙа таныш түгелдер.
“Йәшлек” гәзитен күбеһе эскелекте яратмаған халыҡ уҡый, шуға ла алдан уҡ уларҙан ғәфү үтенәбеҙ. Һөйләнәсәк ваҡиғалар тарихта ғына ҡалып бара инде, сөнки бөгөнгө көн йәштәре насар ғәҙәттәрҙән азат, улар үҙ киләсәген эскелек менән бәйләмәҫкә тырыша. Шуныһы һөйөндөрә.
***
Толик апа Миңһылыу еңгәйгә килә лә, өндәшмәй генә записка һуҙа. Унда: “Ошо ҡороғорға бер генә ярты биреп тор, аҡсаһын аҙаҡ бирермен. Хәйерниса”, – тип яҙылған. Аҙна-ун көндән Миңһылыу еңгәй Хәйернисаны күреп, аҡса һораһа, теге записканы ул яҙмаған булып сыға. Авторы кем икәнен аңлағанһығыҙҙыр...
***
Хәйерниса инәй аҡсаһын йәшереп, йомғаҡҡа урай. Ҡайтып инһә, иҙән тулы тағатылған еп, ә аҡсанан елдәр иҫкән...
***
Ишмөхәмәт ағай уйланып ултыра: “Урамда ышаныслы бер генә еңгәй, тик унан бер йәки ике ярты алып булмаясаҡ”. Ҡапыл ҡунаҡтар килеп төштө тип, ул тегенән ун ярты барып ала. Ҡайтҡас, һәр бер шешәнән берешәр рюмка алып, бушатып ҡуя. Эштән ҡайтҡан ҡатынына иртәгәһенә ҡунаҡ саҡырырға тура килә.
***
Басир ағай араҡыны таба алмай йөҙәгәс: “Әгәр ҙә мин Рәсимә булһам, араҡыны ошо өйөлгән тиреҫ аҫтына йәшерер инем”, – тип тупһала уйланып ултыра. Тороп, һәнәк менән соҡона башлаһа, бер литр шунда ята икән.
***
Сәләм ағай Йәмилә еңгәйгә ун литр солярка һата. Төндә ҡапыл һыуытып ебәреү сәбәпле, пластик канистрҙағы һыу туңып, канистр ярыла, ә өҫтөндәге бер ярты солярка тирә-яҡҡа түгелеп бөтә. Баш на баш...
***
Айрат ағай кис Ансар бабайға килә. “Бер тоҡ кәбәк алып килдем”. Теге: “Минең ике тройной ғына ултыра бит әле”, – “Ярай, тоғо кәрәкмәй, үҙең бушатып алырһың”, – тип сығып тая. Бабай тоҡто бушатҡанда, уның өҫтөндә ярты биҙрәләй генә кәбәк, ҡалғаны – бысҡы вағы булып сыға. Ничья....
***
Мөжәүир ағай инәһенә килеп инә лә, үләм, тип иҙәнгә ҡолай, усынан аҡсаһы төшөп китә. “Бында ғына үлә күрмә инде”, – тип, тегегә араҡы тотторғас, был, ырғып тороп, рәхмәт әйтеп сығып китә.
***
Өс-дүрт егет магазин янынан үтеп бара. “Бөгөн Рәмилә еңгәй һата, унан яҙҙырып та алып булмай, ә беҙҙә барлығы утыҙ һум ғына”, – ти береһе. Азат аҡсаны алып, инструктаж үткәргәс, магазинға инәләр. Аҡсаның остарын күрһәтеп усына йомған Азат араҡы, һыра, ҡабымлыҡ, тәмәке алдыра башлай, ә башҡалары тауарҙы алып сығып китеп тора. Алып бөткәс: “Ярай, еңгә, мә аҡса, ҡалғанын яҙып ҡуйырһың”, – тип, Азат сығып тая.
***
Төн уртаһында өс егет нисек итеп баш төҙәтеү тураһында баш вата. “Миндә банк приколовтың 500 һумлығы йөрөй, Зөмәрә тәҙрә аша һата, әйҙә тәүәккәлләп ҡарайыҡ”. Эш уңа, ә иртән ҡалған аҡсаһына барып тағы алалар.
***
Кисәге өмәнән һуң Әсләм ағайҙың башы ярылып бара. Өмә хужаһына итекте яңылыш кейеп ҡайтҡан һылтау менән барып, яҡшы ғына итеп башын төҙәтә. Быны оҙата сыҡҡан хужа: “Әсләм, үҙеңдең итегеңде яңылышмай ғына кей инде”, – тип ярҙамлашып ебәрә.
Исхаҡ БУРАНҒОЛОВ