RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атайҙарға декрет ялы кәрәкме?

12.07.2016 Атайҙарға декрет ялы кәрәкме?

Атайҙарға декрет ялы кәрәкме?Тиҙҙән Рәсәйҙә атайҙарҙы ла декрет ялына ебәрергә тәҡдим итәләр. Социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтары үҙәге төҙөгән документ буйынса, өс йыллыҡ декрет ялын өс өлөшкә бүлергә кәрәк – әсәйҙәр ваҡыты, атайҙар ваҡыты. Ә өсөнсө өлөштә баланың кем менән ултырасағын ғаилә үҙе хәл итә.

Чиновниктар әйтеүенсә, атай­ҙарға декрет ялын биреү ысулы менән демографик проблеманы хәл итеп буласаҡ. Сөнки ҡатындар, эш, аҡса, карьера тип, бала табыуҙы кисектереп тора, аҙаҡ һуң булып та ҡуя.
“Бөгөн йәмғиәттә әсәй кеше ғаилә ҡарай, бала тәрбиәләй, ә атай эшләй, аҡса таба. Шулай итеп, әсә кеше өс йылға йәки тағы ла күберәк коллективтан айырылып торорға мәжбүр. Ул был осорҙа эш рәтен онота, тәжрибәһе кәмей, декреттан сыҡ­ҡас, эшен өр-яңынан өйрәнергә кәрәк була. Етмәһә, ҡайһы бер ойошмалар ҡатын-ҡыҙҙарҙы, фәләнсә йыл декретҡа сыҡмаҫҡа, тигән килешеү менән эшкә ала. Ә бәләкәй балалы ҡатындарҙы бөтөнләй алмаҫҡа тырышалар”, – тип һөйләй документ авторҙарының береһе С. Саурин.
Уйлап ҡараһаң, ирҙәрҙең декрет алыу хоҡуғы беҙҙә былай ҙа бар. Тик эш урынында етәкселек уларҙы ебәрергә атлығып тормай. Етмәһә, был осраҡта ир-аттың хоҡуғы ҡатындарҙыҡы менән тигеҙ түгел. Бәләкәй балаһы булыуға ҡарамаҫтан, ир кешене ҡыҫҡартырға, эшенән азат итергә мөмкин. Ә декреттағы ҡатынды эштән ебәрергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Социаль һәм хеҙмәт хоҡуҡтары үҙәге төҙөгән документ буйынса, бәләкәй бала менән өйҙә ултыр­ған ирҙең хеҙмәт урыны һаҡланырға, стажы барырға һәм декрет пособиеһы түләнергә тейеш. Норвегия, Швеция, Финляндия илдәрендә бындай механизм күптән системалаштырылған һәм ғаилә өсөн дә, ил өсөн дә файҙалы икән.
Был закон ҡабул ителерме, юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Беҙҙең илдә бала тәрбиәләүҙең күп өлөшө әсә иңенә йөкмәтелә, был эштә атайҙар ҙа ҡатнашһа, һис тә насар булмаҫ ине. Ә ҡайһы бер намыҫһыҙ атайҙар, бәләкәй бала менән декрет ялында ултырыу түгел, хатта алимент түләүҙән ҡасып йөрөй.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне