RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә”

06.07.2016 “Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә”

“Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә”Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов гәзит уҡыусылар­ға иң тәүҙә оҫта кроссвордсы булараҡ күптән таныш. Тик бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә уны икенсе юҫыҡтараҡ асырға булдыҡ.

– Илдар Миҙхәт улы, һөнәрегеҙ буйынса һеҙ уҡытыусы – юғары уҡыу йортонда йәштәргә иҡтисад фәне буйынса белем бирәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында – телевидениенан, радионан йыш сығыш яһарға, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итергә лә ваҡыт табаһығыҙ. Һәм шуныһы иғтибарға лайыҡ: үҙ сығыштарығыҙҙа заманабыҙға, йәмғиәтебеҙгә хас булған бик етди социаль-иҡтисади, хоҡуҡи, әхлаҡи проблемаларҙы ябай журналист кимәлендә түгел, ә публицист бу­лараҡ күтәреп сығаһығыҙ. Проб­лемаларҙы күтәреү – ул бер эш, әммә кешенең аты-затына ҡарамайынса, күҙгә ҡарап, тураһын әйтеү өсөн дә бит йөрәк кәрәк. Ә һеҙҙең йөрәк, сығыштарығыҙға ҡарағанда, ҡуш шикелле...

– Бала саҡтан ваҡытлы матбуғат баҫмаларын уҡып ғәҙәтләнгән быуын кешеһемен. Шунлыҡтан үҙемде гәзит ҡоло тип иҫәпләйем – бер көн гәзит уҡымаһам, наркоман һымаҡ, ауырый башлайым. Ваҡытлы матбуғат, уның проблемалары, беҙҙең илдә сыҡҡан баҫмалар авторҙары, уларҙың стиле, башҡа үҙенсәлектәре тураһында үҙемдең ҡарашым булды. Гәзит-журналдың йәмғиәттә тотҡан урыны, уның әһәмиәтен яҡшы аңлаған кеше булараҡ, башҡорт баҫмаларының хәленә бер ҡасан да битараф булманым. Кроссвордтар төҙөй башлауымдың төп сәбәбе – милли баҫмаларыбыҙҙа сыҡҡан башватҡыстар кимәленең түбән булыуын аңланым. Ни эшләп башҡорт телендәге кроссвордтар Рәсәйҙекенән ҡайтыш булырға тейеш һуң? Ошо уҡ сәбәп мине публицистика менән шөғөлләнергә мәжбүр итте лә инде. Мөхәррирҙәрҙән, беҙҙә аналитика юҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килде. Үҙем дә аптырап йөрөй инем: республикала фән докторҙары һәм кандидаттары, академиктар быуа быуырлыҡ, әммә улар араһында публицистика менән булышҡандары юҡ кимәлдә. Публицистика журналистиканың иң юғары жанры булып тора. Бында журналистика белеме генә етмәй. Ғөмүмән, журналистиканың өс ки­мәлен билдәләргә була. Уны аңлатыу өсөн бер сағыштырыу биреп үтәйем. Халыҡ ырымы буйынса, ҡарлуғастарҙың осошона ҡарап, көн торошон күҙаллап була. Беренсе кимәлдә яҙған журналис­тар башлыса ошоно тасуирлай: теге йәки был ҡарлуғастың нисек осҡаны, уның фажиғәле йәки бәхетле яҙмышы ту­раһында бик оҫта яҙған авторҙарыбыҙ етерлек. Уларҙы яратып уҡыған уҡыусыларыбыҙ ҙа күп. Жур­налистиканың икенсе кимәле ошо ҡарлуғастар­ҙың түбән-юғары осҡанын улар ашаған бөжәктәр­ҙең осоуы менән бәйләүҙән ғибәрәт. Бында сәбәпте асыҡлау, анализ башлана. Ә ысын аналитика, публицистика тик өсөнсө кимәлдә – бөжәктәрҙең ни өсөн түбән-юғары осҡанын асыҡлауҙан башлана ла инде. Был кимәлгә етеү өсөн тейешле бе­лем талап ителә, журналистика фа­культетында ғына быны алып бул­май­ҙыр. Тейешле тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Рөстәм Нурыев әйтмешләй, публицист “башҡа кеше күрмәгәнде күрә белә”.
Ҡурҡыуға килгәндә, был һорау бик етди. Ҡайһы бер мәҡәләм сыҡҡас, күптәр, бигерәк тә яҡындарым, бик ҡаты яҙма, һағыраҡ бул, тип хәүефләнә. Халҡыбыҙ ҡурҡып өйрәнгән, был бик аяныс хәл. Әммә бында атайымдың – Миҙхәт Әхәт улының тәрбиәһе ҙур йоғонто яһаны. Ул бер ваҡытта ла төрлө йыйында төрлө түрә – милиция начальнигы булһынмы, райкомдың беренсе секретары булһынмы, һис тә ҡурҡмай сығыш яһай торғайны. Икенсенән, ул беҙҙе етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшергә өйрәтте: китеп барғанда юлда ҡамасаулап ятҡан ташты ситкә алып ташларға ҡуша, йә үҙе тракторы менән берәй нәмәне йүнәтеп китә ине. Ошо етеш­һеҙлектәргә ҡаршы көрәшеү минең дә ҡанға һеңгән. Алтаҡ­та­ларҙағы хаталарҙы төҙәтеү булһынмы, матбуғатта баҫылып сыҡҡан берәй хата мәҡәлә (сығыш) булһынмы, тик ултырып түҙә алмайым. Күп балалы әсәләргә ҡаршы сыҡҡандар менән дә ризалашмайым, ире ҡатынын баҙға төшөрөп туҡмағаны өсөн бөтә ғәйепте тик уға япһарыуҙары менән дә килешмәйем... Сәсәниә Вәсилә Садиҡованың, шаяртып, хәҙер Илдар тик кире һөйләй башлаясаҡ, тип мәрәкәләгәнен дә ишетеп торам. Әммә йыш ҡына урамда һис тә белмәгән берәйһе туҡтатып, Илдар, бик дөрөҫ әйттең бит, тиһә, сикһеҙ ҡы­уанам. Әсәйем дә – Мәүҙиға Ғаффан ҡыҙы – ҡыйыу кеше: ваҡытында, коммунист булһа ла, дини йолаларҙы үтәргә, Борис Ельцинға ҡаршы сығырға ҡурҡманы. Ошон­дай атай-әсәйең булһа, һин дә ҡыйыу булырһың.
Әлбиттә, был министр – дурак, тип яҙып сығыр­ға ла була. Әммә быны бер баҫма ла сығармаясаҡ. Тимәк, бында кинәйә талап ителә. Тик ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына туранан-тура, был – ах­маҡлыҡ, тип яҙырға мәжбүр була­һың. Мәҫәлән, милицияны полицияға үҙгәртеү, сәғәтте алмаштырыу...
Бөгөн төрлө редакцияла, үҙ ваҡытын көтөп, тиҫтәләгән мәҡәләм ята. Бәғзеләрен федераль гәзиттәргә лә ебәрәм. Быйыл “Литературная газета” пенсия тураһындағы мәҡәләмде баҫып сығарҙы. Яҙғандарымды даими уҡып барған Радил ағай Мө­хәмәтдинов йыш ҡына, рус телен­дә яҙ, уҡыусыларың күберәк булыр, тип өгөтләй. Бының менән ризалашып бөтмәйем – минең өсөн милләттәштәрем араһында ағартыу эше алып барыу мөһимерәк.
Иҡтисад белемен Дондағы Ростов университетында алыуым публицистикала ҙур роль уйнай. Унда философия, диалектика буйынса алынған төплө белем ныҡ ярҙам итә. Бөгөнгө информацион йәмғиәттә интернет, телевидение аша килгән төрлө-төрлө, йыш ҡына ҡапма-ҡаршы мәғлүмәт тейешле әҙерлеге булмаған кеше өсөн бик ауыр. Был шарттарҙа үҙемдең төп бурысымды ошо ҡатмарлы һорау­ҙарҙы аңлатып биреүҙә күрәм. Үҙенә күрә замана мәғрифәтсеһе булып торам.
– Һеҙҙең сығыштарығыҙҙы даими күҙәтеп барам, ҡыҙыҡһынам, һоҡланам. Әлбиттә, шундайыраҡ һорау тыуа: публицистикағыҙҙың маҡсаты нимәгә ҡайтып ҡала? Халыҡтың аңына, аҡылына, хистәренә йоғонто яһаумы, берәй эш-хәрәкәткә саҡырыумы, әллә булмаһа, мәғлүмәт кенә биреүме? Ғөмүмән, күтәргән мәсьәләләрегеҙҙең ниндәйҙер һөҙөмтәһе бармы?
– Публицистың төп бурысы булып көнүҙәк мәсьәләләр буйынса дөрөҫ фекер белдереп, ентекләп аңлатып, ошоноң менән халыҡтың аңын үҫтереү торалыр. Ябай кеше генә түгел, юғары белемле зыялылар ҙа йыш ҡына көн һайын үҙ күҙҙәре менән күреп торған нәмәнән хата һығымта яһап ҡуя. Ни эшләйһең инде, кешенең аңы шулай ойошҡан. Ябай ғына миҫал. Һыуҙың өҫтән аҫҡа аҡҡаны һәр кемгә лә мәғлүм. Әммә беҙҙең арала, ни өсөн тора-бара өҫтә һыу бөтмәй һуң, тигән һорау биргән кеше бик һирәк. Мин, публицист булараҡ, ошондай һорауҙарға яуап эҙләүҙе үҙемдең төп бурысым итеп күрәм. Йәғни кеше күҙенә күренмәгән процесты – һыуҙың нисек өҫкә менгәнен асыҡлау.
– Йәмғиәтебеҙҙәге тәрбиә мәсьәләһенә иғтибарығыҙ бик ҙур. Әйтәйек, ғаиләлә атай роленең ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңлатыу һәм иҫбатлау өсөн тарихи, хатта дини аспекттарға таянып, феминисткаларға ҡарата аяуһыҙ “ут астығыҙ”. Әйткән­дәй, “Бәйлә­нештә” социаль селтәрендә асҡан сәхифәләрегеҙҙә нәҡ ошо темаға фекерҙәрегеҙҙе бик ҡырҡыу формала асып һалаһығыҙ һәм уларҙа бик матур диалог бара. Һеҙҙе хуплаусылар, шулай уҡ өнәп етмәүселәр, хатта киҫкен рәүештә кире ҡағыу­сылар ҙа күп кенә. Тик, ҡыҙғаныс, унда ҡатнашыусыларҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ. Был ир-аттың компьютерға артыҡ мөрәжәғәт итмәүе һөҙөмтәһеме икән, әллә, уй-фекерҙәре булһа ла, “ваҡлашмайым” тип, күрһәтеп бармауымы?
– Бөгөнгө йәмғиәт тураһында уйланыуҙарым бик ҡыҙыҡ һығымтаға алып килде. Сәйәсәттәге, иҡтисадтағы, дәүләтебеҙҙәге бөтә проблемалар ҙа ғаиләгә барып төртөлә. Тейешле тәрбиә алмаған замандаштарыбыҙҙың холҡо, нәфсеһе, тәртибе генә бар проблемаларҙың нигеҙендә ята ла инде. Шунлыҡтан һуңғы арала ошо ғаилә мәсьәләләрен ныҡлап тикшерә башланым. Ни өсөн ҡайһы бер абруйлы ағай-апайҙарыбыҙ төрлө премия, дәрәжә, орден-миҙал һорап алыр­ға оялмай, бының өсөн төрлө этлек эшләргә тартынмай? Был ҡайҙан килә? Яуланған суверенитет емештәрен башлыса ошолар тик үҙ тырызына тиреп алды түгелме ни? Етәкселәргә мәҙхиә йырлап, Рәсәй башлығы власть вертикален нығыта башлағас, ни өсөн улар үҙаллылыҡты яҡлап сыҡманы һуң? Ошо турала уйланыуҙар алып килде лә инде ғаилә темаһына. Башлыса беҙҙең башҡортҡа ғына хас булған феминизм халҡым өсөн бик ҙур бәлә булып тора. Төрлө матур һүҙ менән халыҡтың башын бутап, уны ғаилә ҡиммәттәренән ситкә этәргән, тора-бара башҡортто кәметеүгә йүнәлтелгән феминизмдан да яуыз дошман юҡ бөгөн. Был фекерҙе халыҡҡа еткереү маҡсатында “Бәйләнештә” сайтында махсус бит астым.
Батша заманында тик башҡорт ҡына 25 йыл әрмелә, тимәк, ғаиләнән ситтә, хеҙмәт итергә тейеш булған. Бөгөн иһә феминист апай­ҙар тырышлығы менән беҙҙең гүзәл зат та, ирһеҙ бала тәрбиәләй алам, тигән фекерҙә нығына. Мин ошоға ҡаршы сығам да инде. Быуаттар буйы ирһеҙлектән, атай­һыҙлыҡтан йонсоған башҡорт халҡы өсөн феминисткаларҙың көслө затты һанға һуҡмауы ҡазаға тиң. Ғаилә институтын нығытмайынса, беҙҙә алға китеш булмаясаҡ. Беҙҙең ир-аттың бында битарафлығы менән ризалашып бөтмәйем. Ана, 90-сы йылдарҙа армияны нисек мыҫҡыл иттеләр. Рәсәй дәүләт булараҡ юҡҡа сыҡты тигән ерҙән власть, аңлап ҡалып, армияға ҡарата лайыҡлы ҡараш булдыра алды. Шул уҡ хәл ир-ат менән: бөгөн феминизм хөкөм һөрә, ә тиҙҙән, Европалағы һымаҡ мигранттар үҙ тәртибен урынлаштыра башлаһа, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең араһындағы феминисткаларға тейешле баһа бирер. Быға шигем юҡ.
Бөгөн әсәй кеше иренән башҡа ла баланы үҫтерә ала, әммә тейешле тәрбиә бирә алмай. Әгәр ҙә был күренеш артабан да дауам итһә, гүзәл зат, бәлки, аңлар – уларҙың балалары киләсәктә үҙҙәренә һәйбәт ир (атай), ҡатын (әсәй) булырлыҡ кеше таба алмаясаҡ. Тик тулы ғаиләлә генә ысын бәхет табып була икәненә инанам, был позициянан артҡа сигенеү булмаясаҡ.
– Ир уртаһы – илле, тиҙәр. Һеҙҙең ошо ир урталығына тағы ла бер биш өҫтәлде. Әйткәндәй, күркәм юбилейығыҙ менән! Инде йәшәлгән ғүмергә, башҡарылған эш-ҡылыҡтарға бер аҙ йомғаҡ яһап, ниндәйҙер һығымталар яһарға ла мөмкиндер.
– Кеше ғүмере – үҙе бер мөғжизә: көн һайын ҡыҫҡара ла, оҙая ла бара. Беҙҙең быуын бала саҡта олатай-өләсәйҙәребеҙҙең яҡты маҡсаттарға ышанып үткәргән яҡты ғүмеренә шаһит булды. Һуңынан атай-әсәйҙәребеҙҙең фиҙакәр хеҙмәт менән һуғарылған мәғәнәле тормошон күреп формалашты. Бөгөн иһә йәш быуындың мул, әммә мәғәнәһеҙ йәшәйешен күреп борсола. Донъяла аныҡ ориентир­ҙар юҡҡа сыҡты. Ошо шарттарҙа кешелек сифатын һаҡлап ҡалыу, башҡорт халҡының үҙ урынын табыуы бик мөһим. Минең өсөн был юҫыҡта эшләйһе эштәр күп әле.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне