04.07.2016 "Бизон" баҫыуҙарҙы эшкәртә
Яңауыл районында йәшәүсе ағалы-ҡустылы Әнүәр һәм Айрат Фатиховтар үҙҙәренең ағалары Рамазан Ғилметдинов менән ҡеүәтле трактор йыйған.
"Бизон" тип аталған был техниканы улар аталарының эшен - фермерлыҡты дауам итергә теләп эшләгән. Орел ҡалаһындағы Михаил Лисица тигән кешенең һыҙмаларын өйрәнгән туғандар кәрәкле запчастәрҙе йыйған.
- Тракторҙың рамаһына 150К тракторының ярымрамаларын иретеп йәбештереп эшләнек, - тиҙәр һөнәрмәндәр. - Һөҙөмтәлә боролоштар алғы тәгәрмәстәр ярҙамында яһара. Алғы балка "КаМАЗ"дан алынған, тәгәрмәстәре "Т-150"неке, артҡы күсәр ҙә "150"-нән. Тартым яһаған артҡы тәгәрмәстәр "Дон-1500" комбайныныҡы.
Тракторға һигеҙ цилиндрлы V-хәрефе рәүешендәге ЯМЗ-238 дизель двигателе урынлаштырылған. Ул элек "КрАЗ" йөк автомашинаһында ҡуйылған булған. Көс агрегатына "КамАЗ" машинаһынан бүлгес демультипликаторлы тапшырыуҙар ҡумтаһы тоташҡан - һөҙөмтәлә "Бизон" ғәйәт әкрен һәм шәп тиҙлектәрҙә йөрөй, ауыр йөк ташый ала. Кабина иһә МТЗ тракторҙарына тартым.
Оҫталар әйтеүенсә, "Бизон"ды йыйыуға 5-6 ай ваҡыт киткән. Йәмғеһе 300 мең һум аҡса сарыф иткәндәр - ә бына яңы Т-150 тракторы кәмендә 2.5 миллион һум тора.
"Бизон" хужалыҡтағы барлығы 200 гектарҙай майҙандағы ерҙе эшкәртеүҙә ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтә икән. Уның менән ер һөрәләр, дискылайҙар. Фатиховтар тағы ла бер трактор йыйырға ниәтләй - уныһы инде тулы приводлы буласаҡ.