RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)

04.07.2016 Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)

Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)
Был аҙнала беҙ Ейәнсура,Ғафури, Хәйбулла райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Финиза ӘБДЕЛҒУЖИНА,
Ейәнсура районы, Үрге Муйнаҡ ауылы:
– Беҙҙең ауыл халҡы 9 июлдә үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына дәррәү әҙерлек эштәре менән була. Май байрамдары ваҡытында уҡ ауыл зыяратын тәртипкә килтереү, профнастил менән кәртәләү буйынса өмәләр үткәрелгәйне. Йәй башланыу менән йорт хужалары, бер-береһе менән ярышып, үҙ йорттарын тәртипкә килтерә башланы: рәшәткәләрен, йорттарын буяй. Төрлө төҫтәге заманса материал менән ябылған ҡыйыҡтар, һүрәттәр төшөрөлгән яңы ҡапҡалар ауылға йәм өҫтәп, көндән-көн арта бара. Байрамға әҙерлек осоронда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙ хөрмәтенә һалынған обелиск эргәһенә сәскәләр ултыртты. Балалар уларға көн һайын һыу ҡойоп тора. Ауыл мәҙәниәт йортонда байрам концерты, китапханала “Ауыл тарихын беләһеңме?” тигән викторина һәм башҡа сараларға әҙерлек эштәре бара, сценарийға һуңғы “штрих”тар өҫтәлә.
Иң ҙур ҡыуанысыбыҙ – ауыл урамдарына күптән ватылып бөткән асфальт урынына яңыһы һалына. Байрамға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙы матурайған ауыл, яңы асфальт юлдар ҡаршы аласаҡ, Алла бирһә.


Рәүилә ЛОҠМАНОВА,
Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы:
– Үткән аҙнала “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә табип һөнәрен һайлаған бер төркөм турист килде. Баш ҡалабыҙҙың төрлө дауаханаһында, клиникаһында эшләүсе изге һөнәр эйәләренең маҡсаты башҡорт халҡының мәҙәниәте, көнкүреше менән танышыу, талант эйәләре, һөнәр оҫталары менән аралашыу, Ғафури еренең төрлө иҫтәлекле урындарын күреү ине. Көндөң тәүге яртыһында улар “Красноусол” шифаханаһында, Ҡоғош йылғаһында булһа, икенсе яртыһында ауылыбыҙ менән танышты. Башҡорт милли аш-һыуы менән тәмле сәй эскәндән һуң, табиптарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Сәйетбаба таланттары бай йөкмәткеле концерт ҡуйҙы. Мәҙәниәт йорто фойеһында һөнәр оҫталары эшләгән төрлө тауарҙан күргәҙмә-һатыу ойошторолдо. Шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән, экологик яҡтан таҙа һөт һәм ит ризыҡтары һатыусылар ҙа мул табыш алды. Респуб­ликабыҙҙа туризм үҫешеүе ауыл халҡы өсөн файҙаға буласағына был осрашыуҙан һуң тағы ла нығыраҡ инандыҡ.
Мәҙәни программа тамамланғандан һуң, табиптар тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.

Әлфирә АЙЫТБАЕВА,
Хәйбулла районы, Иҫәнгилде ауылы:
– Ауылыбыҙҙа мәсет эшләй башлауға сентябрь айында 20 йыл тула. Беҙ был матур датаны билдәләп үтергә йыйынабыҙ. Мәсеттә төҙөкләндереү эштәре башланды. Ауыл ир-егеттәре дәррәү генә өмә ойоштороп, манараһын, ҡыйығын алмаштырҙы, әлеге ваҡытта соланында ремонт эштәре бара. Был эштәр тамамланғас, стенаһын, иҙәнен йылытып эшләйәсәктәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар аҙаҡтан стеналарына обой йәбештерәсәк, йыйыштырыу эштәрен башҡарасаҡ.
Был эштәрҙең башланғысында мәсеттең имам-хатибы Ринат ағай Антипов тора. Ә ярҙамсылары бик күп, Аллаға шөкөр: Мөхтәр Шәрипов, Төхвәтулла Ҡансурин, Айбулат Исхаҡов, Иршат Айытбаев, Бүләкбай Йыһаншин, Салауат Иҫәнгилдин, Зәки Рахманғолов, Юлай Әсфәндиәров, Илдус Антипов, Вәхит Йәрмөхәмәтов һәм башҡалар. Изге ураҙа айында шундай ҙур сауаплы эш башҡарған һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә!
Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)
Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)
Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)
Ә беҙҙең ауылда... (1 июль)










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне