28.06.2016 Башҡортостан Артегы ни хәлдә? Фоторепортаж ҡарағыҙ.
"Бәйләнештә"ге "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөн ҡарағыҙ!
1) Административ корпус. Ул әле һәйбәт торошта;
2) Ашхана. Элек бында ял иткән халыҡ икешәр сменала ашаған. Бөгөн иһә емерелеп бөтөп бара;
3-4) Ҡаҙанлыҡ. Сағыштырмаса һуңғараҡ төҙөлгәс, һәйбәт һаҡланған;
5) Гараж. Әле емереп өлгөрмәгәндәр. Эстә хатта машиналар ҙа бар, тиҙәр.
6) Аҙыҡ-түлек келәттәре.
7-10) Ашхана.
11) Ашхананың артҡы яғы.
12) Сағыштырмаса яңы корпус.
13) Элек бында евроремонт эшләнгән кафе булған. Ишеген бер асыу ғына көс шул, вандалдар шунда уҡ килеп етә.
14) Клуб. Эстә тәҙрә ҡорғандарына тиклем бар әле.
15) Быныһы инде бөтөнләй яңы корпус. Эстә хатта кондиционер ҙа бар. Әлегә...
16) 1898 йылда төҙөлгән корпус. Бик шәп ремонт эшләнгәндән һуң ҡапыл ғына янғын сығып, бөтә бина әрәм була.
17) Элекке кәмә станцияһы урынында хәҙер сүп-сар ояһы.
18) Ҡасандыр ошонда прокатҡа кәмә биргәндәр.
19) Балалар өсөн понтондағы бассейн.
20) Понтон хәҙер балыҡсыларҙың яратҡан урыны.
21) Тик ул да таралып бөтөп бара инде.
22) Ҡасандыр бында балалар йәшәгән.
23) Уның ҡарауы, еләктәре! Сәсһәң дә улай үҫтерә алмаҫһың. Аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ ҡайһы бер ерҙә.
24) "Беҙ балалар майҙансығын һаҡлайбыҙ ул. Кем тиҙерәк тәртип урынлаштырыр? Беҙҙең дә бит түҙемлек самалы".