RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йылдың 23 июне - Мәскәү, МКАД һәм "Ленинградка"

23.06.2016 Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йылдың 23 июне - Мәскәү, МКАД һәм "Ленинградка"

Баймаҡтар Санкт-Петербург һабантуйында. 2011 йылдың 23 июне - Мәскәү, МКАД һәм "Ленинградка"Баймаҡ делегацияһының Санкт-Петербург мосолман һабантуйында ҡатнашыуы. 2011 йылдың 23 июне
Тәүге өлөшө ошо һылтанма буйынса:
https://www.ye02.ru/online/igtibar/11469-2011-yylda-bayma-rayony-delegaciyay-sankt-peterburg-alayny-mosolman-abantuyynda-atnashty.html

Фотолар - https://vk.com/album-35065816_233467010

23 июнь таңы.
04.35. Автобус туҡтағанға уянып, тышҡа сыҡтыҡ. Пенза өлкәһенә килеп етеп, кафеға, йөк машиналарының шоферҙарының ял итеү урынына туҡталыш яһаныҡ. Оло юл булғас, “ДАФ”, “МАН”, “Скания”, “Вольво”, “Мерседес-Бенц” һымаҡ Европа йөк машиналары выжлап үтеп тора. Араларында ара-тирә беҙҙең илдең “Камаз”, “МАЗ”дары ла үтеп китә. Йөктәренә килгәндә инде төрлө контейнерҙар, цистерна, тентлы тағылмалар бар, еңел автомобилдәр ташығандары ла үтә. Илдең бар экономикаһы юлдарға бәйләнгән, ысын мәғәнәлә улар транспорт артериялары булып тора. Һәммәбеҙгә лә таныш “Магнит” супермаркеты машиналарын да күрҙек.
Ир-егеттәр йыйылһа, ғәҙәттәгесә үҙҙәренең яратҡан темалары - техника тураһында һөйләшергә ярата. Был юлы ла “Скания”ға тағылған трейлер тағылмаһындағы ике трактор иғтибарҙы йәлеп итте. Кемдер бульдозер ти, кемдер икенсе техника тип үҙ фекерен яҡлай. Ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшкәс, менеп ҡараныҡ – газ йәки нефть үткәргестәрен һалыу өсөн “ЧТЗ” тракторы-торба күтәргесе булған икән.
Был өлкә тәбиғәтендә тигеҙ ерҙәр, ағастар ҙа осрай. Сәғәт уҡтарын күсерҙек, хәҙер беҙ Мәскәү ваҡыты менән йәшәргә керештек.
07.10. Яҡшы сифатлы юлдан беҙҙең автобус елә генә. Ҡуйы урман эсенән үтеп Мордовия республикаһының Умет тигән ауылының “Саня эргәһендә” исемле кафеға ашарға туҡтаныҡ. Ҡыҙыҡ - юл буйында бындай йәмәғәт ашау урындары теҙелеп киткән - “Азия”, “М5”, “Тольятти”, “Кристина”. Ҡайһы берәүҙәре матур итеп эшләнгән, биҙәлгән, ә икенселәре ысын тауыҡ кетәге ише. Бындай шикле урындарҙа әҙерләнгән шешлек, бәлештәрҙе ашауҙы үҙе бер батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин. Өҫтәүенә улар бер-береһенә ныҡ яҡын урынлашҡан, янып китһә рәте менән гөлт итеп ҡала инде.
Беҙ автобус туҡтаған кафе эргәһендәге беседкаларҙа тамаҡ ялғап алдыҡ. Өйрәнелә башлаған поход тормошона, әйтеүҙе лә көтмәй, ҡалаҡ-тәрилкәңде алаһың да алға! Табын артына йыйылған ирҙәр халҡын Радмир Хәсәнов “Ҡәҙерле ҡунаҡтар, минең тыуған көнгә килгән өсөн рәхмәт!” тип көлдөрөп тә алды. Әйткәндәй, Радмир ағай үҙенең шаянлығы, төртмә теллеге менән ысын мәғәнәлә сәфәрҙең биҙәге булып торҙо.
10.35. Рязань өлкәһенә килеп төштөк. Шацк ҡалаһынан үтеп киттек. Юл буйында сувенирҙар һатыла, уйынсыҡтар, кипкән балыҡ тәҡдим ителә. Ташландыҡ АЗС эргәһенә туҡтап ял иттек, инәйҙәр шул ыңғайы дарыу үләндәре лә йыя һалды.
Юл ситендә емерек фермалар, сүп баҫҡан баҫыуҙар күрендә. Рәсәй үҙенең агросәнәғәт өлкәһен юғалтыуы шунан күренә инде. Трасса буйында бәләкәй генә итеп эшләнгән һәйкәлдәр күп – кешеләр автоһәләкәттәргә йыш осрай... Ҡыҙғаныс...
Беҙҙекеләр инде өйгә телефондан шылтырата, хәл белә. Роуминг зонаһы китте, аҡсалар һурыла ғына. Ярай, Руслан Хисамиев инәйҙәргә уңайлы бәйләнеш тарифын тоташтырып бирҙе.
Тағы ла “ГАЗель” артта ҡалды, “Фрейтлайнер” алға сыҡты. Уның кабинаһы ла елле – икешәр кеше иркен ятмалы ике яруслы урыны, кондиционер, СВЧ-мейес! Америкала сығарылыуы, ундағы хайвейҙарға тәйәйенләнеүе ап-асыҡ күренеп тора. Ә беҙ автобусыбыҙҙа алдағы ултырғыстарға тубыҡтар менән төкөп, ҡыҫыҡта барабыҙ. Елләтәм тип люк, тәҙрәне асһан – үтә һуҡмалы ел, һыуыҡ тип кешеләр зарлана башлай ...
13.20. Рязань ҡалаһына килеп индек. “Һауа-десант ғәскәрҙәренең баш ҡалаһы” үҙенең борондан килгән тарихы менән билдәле. Эре транспорт үҙәге булараҡ та билдәле ул. Мәскәүгә тиклем 190 км ҡалды.
Тығын-бөкөләрҙә тороп ситкә сыҡтыҡ. Ока йылғаһын үткәс, Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһына һул яҡта тороп ҡалды. Тарихта был урын боронғо Русь ваҡытында төҙөлгән оборона зодчествоһы өлгөһө - данлыҡлы Коломенский кремле менән билдәле. Бесән әҙерләйҙәр, пресс-йыйғыстарҙан ҡалған рулондарҙы күрҙек.
16.50. Мәскәү яны, Воскресенск ҡалаһы. Юл ситендә туҡтап, усаҡ яҡтыҡ. Бил быуарҙан үҫкән үләнде күреп “Эх, бына ҡайҙа ул бесән!” тип юлдаштарым әсенеп тә ҡуйҙы.
Күңелле итеп тамаҡ ялғап алдыҡ. Яныбыҙҙа хәрби аэродром булды шикелле, бер туҡтауһыҙ истребителдәр осоп үтә. Юл буйында туҡтаған беҙҙең колоннаны күҙәтеп, машиналар үтеп китә. Моғайын уларға беҙҙең “02”-ле номерҙар ҡыҙыҡтыр.
18.40. Люберцы ҡалаһы. Туҡтауһыҙ ремонт, тығындар башланды, эҫе. Тиҙҙән Мәскәү яны ҡулсалы юлына сығабыҙ (МКАД). Замана афәте – реклама туп-тулы, иғтибарҙы ала. Туҡтап, фотоға ла төшөп алдыҡ. Алда ҙур организмдың – Мәскәү ҡалаһының тын алышы һиҙелә...
Бөкөлә торабыҙ. Бындағы халыҡ күнегеп бөткән ахыры, иғтибар ҙа итмәй. Һәр береһендә GPS юлдаш навигаторы.
Этажлы йорттарҙы ситтә ҡалдырып барабыҙ. Кемдер ҡысҡырып ебәрҙе – “Ана, Останкино телебашняһы!”. Ысынлап та, һул яҡтан данлыҡлы “энә” ялп-йолп итеп күренеп ҡала. Бар халыҡ тәҙрәләргә ташланды, хатта инәйҙәр ҙә үҙҙәренең пленкалы фотоаппараттары менән ҡалышманы. Аҙаҡтан көлөшөп кире урындарына ултырҙыҡ.
21.00. Баш ҡаланы урап сыҡтыҡ. Юлдың һул яғында – Химки, уң яҡта - Мәскәү. Ҡыҙыҡ. Ленинград шоссеһына сығып, сәфәребеҙҙе дауам иттек. Йәшеллеккә сумған Зеленоград аша үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы мемориалын ҡарап үттек.
Туҡтап, сәй эсеп алдыҡ. Аҙаҡтан Клин, Солнечногорск ҡалалары аша уҙҙыҡ.
Ҡараңғы төштө, Тверҙы үттек. Алда – Санкт-Петербург! Ошо яҡты уй менән барыбыҙ ҙа йоҡоға талдыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне