23.06.2016 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө
Илебеҙ бөгөн үҙенең тарихындағы иң ҡайғылы датаны билдәләй. 75 йыл элек тап 22 июндә Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
Миллиондарса ҡорбан алған һәм дүрт йыл дауамында һуҙылған һуғыш Рәсәйҙең һәр ғаиләһенә ҡағылды.
Рәссам Валентин Папконың «Даже не снилось. 22 июня 1941» картинаһы аҫтыртын башланған һуғышты, кешеләр яҙмышын, тиңһеҙ ҡаһарманлыҡты күрһәтә.