16.06.2016 Ә беҙҙең ауылда... (17 июнь)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Инзирә БАЯЗИТОВА, Бөрйән районы, Килдеғол ауылы:
– Изге Рамаҙан айы Бөрйән районының Килдеғол ауылы халҡына ҡыуаныслы яңылыҡ килтерҙе. Беренсенән, ауылдаштар изге айҙа игелекле ғәмәлдәр ҡылып, ураҙа тотһа, икенсенән, мәсет төҙөлә башланы.
Тыуған ауылыбыҙҙа иман йортон төҙөү тәҡдимен былтыр Вил Яхин күтәреп сыҡҡайны. Һәр ихатанан аҡса йыйып, күмәк көс менән 25 мең һум аҡса тупланды. Ситтә йәшәгән, сығышы менән беҙҙең ауылдан булған Йәлил Бәшәров, Зифа Ғәйнуллина, Алмас Хәләпов 5-әр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам итте. Ауылдаштарыбыҙ ярҙамы менән бура үткән яҙҙа буралып ҡуйылғайны.
Төп ойоштороусылары – Вил Яхин, имам-хатип – Вәкил Көмөшбаев. Мәсет үҙидаралығының (мәхәллә) 16 ағзаһы бар. Уларҙың һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелгән. Әлеге мәлдә нигеҙ һалыу эштәре менән мәхәллә ағзалары Ильяс Баязитов һәм Кузиморат Үмәров етәкселек итә.
Изге айҙа ауылдың күркәм урынында иман йортона нигеҙ ташы һалына ла башланы. Был эштә Урал Яхин, Марс, Фидан һәм Әлфир Миңлеғоловтар, Кәрим Исҡужин, Ринат Ҡунафин, Илдус Билалов, Гөлсинә Ҡунафина, Зөлфәр Мөхәмәтйәнов, Рафиҡ Исҡужин, Айрат Билалов, Радик Ҡасимов, Роберт Мәхмүтов, Нияз Яхин, Рәйлә Миңлеғолова, Радик Ҡорманғолов әүҙемлек күрһәтте. Уҡыусы балалар ҙа, каникул тип тормай, таш тейәшеп, тырышлыҡ күрһәтә.
Килдеғолда иман йортоноң ауыл халҡын иман нурҙарына ҡойондороп, тик тура юл ғына күрһәтеп торасағына өмөтөбөҙ ҙур.
З. ҺИҘИӘТОВА, Йылайыр районы:
– Беҙҙең районда етәкселек, йәмәғәт ойошмалары тарафынан балаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыуға һәм уларҙың ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Үрге Ғәле ауылында «Аҡбуҙат» тип исемләнгән уйын майҙансығын асыу ҙа быға асыҡ миҫал. Ауыл хакимиәте уйын ҡорамалдарын Дондағы Ростов ҡалаһынан һатып алған. Улар барлыҡ санитар нормаларға ла тап килә, хәүефһеҙ. Уйын яйланмаларын урынлаштырыуҙа, майҙансыҡ биләмәһен тәртипкә килтереүҙә ауыл халҡы ла ярҙам итә. Изге ниәт менән башҡарылған эште күрше Сидоровка ауылының ир-егеттәре лә күтәреп ала – өмәлә ярҙамлашырға килә.
Яңыраҡ майҙансыҡты асыу тантанаһы үтте. Үрге ғәлеләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин да килде. Ул, бындай уйын майҙансыҡтарына ихтыяж бар икән, тимәк, ауылдың киләсәге лә, иртәгәһе көнгә ышаныс та бар, тине. Был урында бер ҡасан да шат балалар тауышы тынмаһын, тигән теләктәрен дә еткерҙе.
Балаларҙың үҙҙәренә лә, компьютер артында ултырыу менән сағыштырғанда, саф һауала уйнау күпкә файҙалыраҡ һәм күңеллерәк булыр.
Ирек ЮДАЕВ, Күгәрсен районының Ялсы ауыл хакимиәте башлығы:
– Район хакимиәте ҡарамағындағы милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса комиссия рамаҙан айында һәм йәйге каникулда сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тәҡдиме менән сыҡты. Магазиндарға махсус билдә ҡуйыла, эшҡыуарҙарға милли эсемлектәрҙе генә һатырға тәҡдим ителә.
Эскелеккә ҡаршы профилактика буйынса беҙҙең ауыл хакимиәтендә эш әүҙем бара. Ауыл хакимиәте менән берлектә был йүнәлештә ағинәйҙәр клубы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ла эшләй. Йәшерен рәүештә араҡы, «фанфуриктар» һатыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, мәсеткә йәлеп итәбеҙ. Үҙҙәренең халыҡты ағыулауын аңлап, тәүбәгә килгәндәр ҙә бар. Ауыл биләмәһендә шәхси сауҙа нөктәләре тотоусыларҙың күптәре 3 – 4 йыл инде һыра һатмай, бәғзеләр һуңғы йылдарҙа һатыуҙан туҡтаны. Буш ваҡытын ҡайҙа үткәрергә белмәй йөрөмәһен өсөн, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырырға тырышабыҙ, йыл һайын бер ауылда спорт майҙансығы эшләйбеҙ, ике ауылда балалар майҙансығы булдырҙыҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проектына ярашлы Хоҙайбирҙин мәктәбенә спорт инвентары һатып алынды. Рәзиф Әмиров бокс секцияһы асты.
Ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәштең төрлө юлын эҙләргә кәрәк. Йәшереп спиртлы эсемлектәр һатыусыларға штраф күләмен кәмендә 50 – 60 мең һумға тиклем арттырһалар, был эш менән шөғөлләнеүселәр «бизнес»ын артабан дауам итеү-итмәү тураһында, бәлки, аҙ ғына булһа ла уйланыр ине.