08.06.2016 "Милләт сәңгелдәге янында ҡатын ҡыҙ тора" йыйыны үтте
Кисә - 7 июндә - Баймаҡ районының Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл китапханасылары Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Райхана Булатова ҡатын - ҡыҙҙар Советы эшен йәнләндереү маҡсатынан йыйын үткәрҙе.
"Милләт сәңгелдәге янында ҡатын ҡыҙ тора" йыйына Баймырҙа, Кугиҙел, Һәмән, Билал, Өмөтбай ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. Ниғәмәт ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙы Өмөтбай ауылы эргәһендәге Әүлиә тауына алып мендек. Әүлиә ҡәбере янында зыярат ҡылдыҡ. Китапханасы Әнүзә Мәжитова ҡыҫҡаса ауыл, Әүлиә тауы тарихын һөйләп үтте. Ауырыуҙарҙан төрлө сирҙәрҙән дауалаусы Әүлиә тауы, ҡәбере тураһында ишетеп төрлө тарафтарҙан килеп торалар. Әруахтарға бағышлап аят уҡыйҙар, ил- йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тараталар. Ергә ятып серем итеп алалар, серем иткәндә генә, Әүлиә дауаһы килешә, тиҙәр.
Билал ауылы хажиәһе Гөлдәр Әлибаева һәм Өмөтбайҙан Зилә Ғүмәрова аят уҡыны. Йыйындың тәүге өлөшөн асып ауыл хакимиәте башлығы Мәжит Заманов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, ҡатын- ҡыҙҙар хәрәкәте, эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләп үтте, һәр ауыл ҡатын - ҡыҙҙар Советы рәйестәре эшләнгән эштәренә йомғаҡ яһаны.
Өмөтбай ауылында "Буҙа" байрамы үткәйне. Был юлы ла улар әүҙемлек күрһәтте, йыйынсыларҙы Рәйсә Рахматуллина, Мөнирә, Фәриҙә Аскарова буҙа менән һыйланы.
Йыйындың икенсе өлөшө эшҡыуарлыҡҡа арналды. Билал хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа кешеләр матур итеп донъя көтә, үҙе етештергән продукцияны һатып табыш ала. Шәхси эшҡыуар Алгөл Латыпова үҙенең эше тураһында һөйләп үтте. Асия Бүләкова апай заказ буйынса сәк-сәк бешерә, ул уның менән ҡунаҡтарҙы һыйланы. Күгиҙел ауылынан Шәүрә апай үҙенең эше тураһында һөйләне. Ирҙәр күтәрә алмаған ауырлыҡтарҙы күтәреп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ маҡтауға лайыҡ. Һәмән ауылынан Ишһылыу Әминева ауылдарҙағы эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләне. Өмөтбай мәктәбе уҡыусылары "Буҙа" бейеүен бейене.
Йыйындың өсөнсө өлөшө, "Изгелектең юҡтыр сиктәре" тип аталды. Ололарҙы ҡараусы Зилә Мәсәлимова, хеҙмәт ветераны, һуғыш йылы балаһы Райза Ишбулатова, Ағинәйҙәр Советы рәйесе Гөлгөнә Аскарова ололарҙың проблемалары, улар өсөн үткәрелгән саларалар тураһында һөйләп үтте. Фәриҙә Аскарова йола күрһәтте.
Ҡатын - ҡыҙҙар бешергән тәмле "Ҡарға бутҡаһы" ашап, бергәләшеп сәй эстек. Табында йыр - моң аралашып барҙы. Йыйындың программаһына ярашлы, Өмөтбай ауылы эшҡыуары Гөлсәсәк Ғүмәрованың магазинында һәм йортонда ла булды ҡунаҡтар.
Мосолмандарҙың изге байрамы ураҙа башланды. Ошо ураҙаның тәүге ун көнө рәхмәт көндәре икән, ә бөгөн беҙ күпме рәхмәт һүҙҙәре ишетеп сауап алдыҡ. Рәхмәтле булайыҡ!