RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (3 июнь)

03.06.2016 Ә беҙҙең ауылда... (3 июнь)

Ә беҙҙең ауылда... (3 июнь) Был аҙнала беҙ Ғафури, Хәйбулла, Белорет райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Закирә ШӘЙӘХМӘТОВА,
Ғафури районының Толпар ауылы:
– Беҙҙең ауылда бал ҡорто тотоусылар күп. Шунлыҡтан әлеге ваҡытта барса халыҡ тиерлек бал ҡортон ҡарау менән мәшғүл, күс айырыу мәле етеп килә. Рамдар эшләйҙәр, күс ябырға йыйыналар. Бал ҡорто аҫрау – күңелгә лә ятышлы, файҙа ла килтерерлек шөғөл. Түтәлдәрҙә сүп сыға башланы, хужабикәләр картуф һәм башҡа йәшелсәләрҙе утай, ауылдағы мәшәҡәт тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел инде. Урамды йәмләндереп бәпкәләр, себештәр йөрөй, үлән етерлек. Ауылыбыҙҙа ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрарға мөмкинлек бар, Еҙем йылғаһы аға.
Тиҙҙән район һабантуйы ойошторола, унда ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ.

Айрат СУРИН,
Хәйбулла районының Әбеш ауылы:
– Күрше-тирә ауылдарҙа тауыҡ йо­морт­ҡаһы ҙурлығында боҙ яуып ҡотто алһа ла, шөкөр, беҙҙә хәлдәр имен-аман. Ҙур боҙ киҫәктәре тәҙрәләрҙе ярып, машиналарға тиклем зыян килтереп бөттө, хатта йорттарҙы ҡаплап торған профнастил тишелгән урындар бар. Тәбиғәт башҡаса улай көйһөҙләнмәҫ тип өмөтләнәбеҙ.
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ, был айҙарҙа бихисап эш башҡарҙыҡ. Бер урамға таш түшәнек, асфальт булған урындарҙа ентекле ремонт эшләргә йыйынабыҙ. Урамдарға билдәләр ҡуйылды. Ауыл төҙөк, матур булһын, халыҡ ҡыуанып йәшәһен өсөн бөтә шарттар ҙа бар, дәрт кенә кәрәк. Әле бына дәррәү ҡубып район һабантуйына әҙерләнәбеҙ.

Наилә ШАКИРОВА,
Белорет районының Исмаҡай ауылы:
– Бына әле генә Исмаҡай ауылындағы Һарыбай аҫты яланынан ҡайтып индем. Унда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар һабантуйы бара. Балалар бик күңелле ял итә, ярыша, уйнай. Әле төшкө ашҡа Ҡурғашлы йылғаһы буйына төштөләр. Төшкө аштан һуң уйындар дауам итәсәк. Киске сәғәт алтыға балаларҙы клуб эргәһендәге майҙансыҡҡа байрамға саҡырҙыҡ. Халҡыбыҙ дәртле һәм талантлы булғас, ябай ғына көндәребеҙ ҙә күркәм байрам­ға әүерелә.
Шуны ла билдәләп үтке килә, беҙҙең халыҡ йомарт һәм яуаплы. Мәҫәлән, балалар байрамына урындағы фермерыбыҙ Ләйсән Сафина бүләктәр алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне