02.06.2016 Өмөтбайҙа - "Ҡарға бутҡаһы"
Бөгөн, йәғни 1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап ҙур сара - Ҡарға бутҡаһы байрамы үткәрелде. Уны бына 28 йыл инде ойошторам.
Ҡарға бутҡаһында бала-саҡтарҙы иҫкә төшөрөп бер нисә урында рәхәтләнеп уйындар уйнаныҡ. Ололар ҙа "үгеҙ йөҙөк", "йәшерен яулыҡ", "ҡабыр-ҡабыр, ҡамсы" кеүек уйындарҙы иҫкә төшөрҙө.
Байрамда алтмыштан ашыу бала, бик күп ололар ҡатнашты. Улар концерт номерҙәре менән сығыш яһаны. Рәфҡәт ағай Дауытов гармунда уйнаны.
Ауылыбыҙҙың муллаһы Таштимер ағай йорт-еребеҙгә, ауылыбыҙға. тыуған еребеҙгә именлек теләп аят уҡыны.
Сарала ҡатнашҡан һәр бала байрам бүләге алып ҡыуанды. Бағымсыларға - шәхси эшҡыуарҙар Уран Латыповҡа, Гөлсәсәк Ғүмәроваға, Алгөл Латыповаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Эштәре уң булһын.
Байрам һуңында бергәләшеп бутҡа ашап сәй эстек. Ҡарғаларға күстәнәс итеп ағаста бутҡа ҡалдырҙыҡ.
Ошо арала Өмөтбай, Билал, Күгиҙел, Һәмән, Таһир ауылы ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙары менән Әүлиә тауында осрашасаҡбыҙ.