02.06.2016 Көйөнөслө яңылыҡ - 14 июндән автобуста йөрөү хаҡын арттыралар
14 июндән алып "Башавтотранс" автобустарында ҡала эсендә һәм янында йөрөү хаҡтары артасаҡ. Өфөлә ҡулаҡса менән 18 һум урынына 25 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Транспорт картаһы буйынса билет хаҡы 15 һумдан 20-гә артасаҡ.
Һүрәттә: Баймаҡ ҡалаһының 6-сы ("Малыш" - ГРП) маршруты буйынса йөрөгән ПАЗ-3205 автобусы моделе.