31.05.2016 Хәбәрсебеҙ Гүзәл БИКМӘТОВА (ЙОСОПОВА) икенсегә әсәй булды!
Гүзәл һәм Илнур! Өйөгөҙгә нур өҫтәп шатлыҡлы оло бәхет килгән, ҡыуанысығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Әсәй-атай берҙәм булһа, бала ла күркәм тыуа, күркәм үҫә. Нәҫел ағасын дауам итеүсе улығыҙ, Фаягөлдөң ҡустыһы һау-сәләмәт, зирәк аҡыллы, үҙегеҙ кеүек тырыш, иманлы булһын!
Ҡыҙы барҙың эҙе бар, улы барҙың үҙе бар, тиҙәр. Эҙегеҙ ҙә, үҙегеҙ ҙә булды, иншалла, баларығыҙҙың да ата-әсәй булған көндәрен һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең үҫкәнен күреп һөйөнөргә яҙһын үҙегеҙгә!
“Йәшлек”тәр.