27.05.2016 Хөрмәтле дуҫтар! "Йәшлек" кроссворды буйынса мөһим мәғлүмәт!
Киләһе аҙнанан яуаптар шаршамбынан ҡабул ителә башлаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, райондарға гәзит һуңлай, дүшәмбе-шишәмбелә генә барып етә. Ҡалған шарттар шул уҡ ҡала. Иғтибарлы булығыҙ!
Кроссворд яуаптары араһында “у” хәрефе булған нисә һүҙ барлығын асыҡлап, дежур телефонға (8-965-923-20-00) тәүге булып хәбәр итеүсене редакциянан бүләк көтә – телефон номерына – 150 һум аҡса. СМС аша яуаптар киләһе шаршамбыла иртәнге сәғәт туғыҙҙан ҡабул ителә.
Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан сканвордтың паролен беренсе булып ебәреүсе Учалынан Тәғзимә ӘХМӘТШИНА еңеүсе тип билдәләнде, пароль – “телескоп”.
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Илүзә Таймаҫова, Хәйбулланан Рәжәп Хәсәнов, Күгәрсендән Венера Шәйәхмәтова, Баймаҡтан Венера һәм Рәмил Айытҡоловтар ебәргән.