23.05.2016 “Өфө” аэропортына – Муса Гәрәев исеме
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты шундай тәҡдим менән сыҡты – “Өфө” халыҡ-ара аэропортына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Муса Гәрәевтың исемен бирергә.
“Бөйөк Ватан һуғышы батырының исемен ошо рәүешле мәңгеләштереү мәсьәләһендә халыҡ фекерен белеү ҙә бик мөһим”, – тип белдерҙе ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов.
2019 йылда республиканың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тула. Шул датаға бәйле, 100 башҡорт шәхесенең исемен район-ҡалаларҙа мәңгеләштереү, арҙаҡлы башҡорттар тураһында китап сығарыу ниәте бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡортостан халҡының шәхестәр буйынса тәҡдимдәрен дә белергә теләй.
А. ЗИННУРОВА.