23.05.2016 Мең велосипедсы түгел, ә 15 мең велосипедсы!
Кисә, 22 майҙа, Өфөлә бына алтынсы мәртәбә "1000 велосипедсы көнө" үтте.
Мең велосипедсы тиһә лә рәсми рәүештә 11 мең кеше теркәлде, ә ағымға ҡушылыусылар һаны 15 меңдән ашты.
Велоколоннаның башында республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов булды. Спорт байрамында ҡатнашҡандар 10 саҡрым юл үтте.