18.05.2016 Әбүбәкерҙә “Әсә һәм бала китап уҡыусы“ кисәһе үтте
15 май донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән байрам.
Ошо уңайҙан Әбүбәкер ауылы моделле китапханаһында “Әсә һәм бала китап уҡыусы“ тип аталған бик матур кисә үткәрелде.
Байрам башында китапханасы Рәсимә Акилова күркәм датаның тарихы тураһында һөйләп үтте. Ҡунаҡтар һәр береһе үҙҙәренең ғаиләһе, яратҡан байрамдары, шөғөлдәре тураһында һөйләне.
- Минең бар байлығым - ғаиләм һәм улар менән бергә үткән көндәрем. Ҡайным менән ҡәйнәмә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тине Гүзәл Сынбулатова. Гөлсәсәк һәм Айнур Акиловтарҙың йырҙары байрамға сихри нур өҫтәне.
Артабан һәр ғаилә яратҡан шағирҙары, китаптары тураһында һөйләп үтте. Һуңынан уларҙы бик күп уйындар, ярыштар көттө.
Акиловтар ғаиләһе “Иң күп мәҡәлдәр белеүсе” булһа, Сынбулатовтар “Музыкаль ғаилә”, Билаловтар - “Шиғриәт һөйөүсе ғаилә” тип танылды. Кисә барыһына ла оҡшаны һәм сәй табыны менән тамамланды.
- Татыу ғаилә илебеҙҙең
Таянысы, терәге.
Тик ғорурлыҡ менән типһен
Һәр сабыйҙәң йөрәге!
Һәр ғаиләлә татыулыҡ усағы гөрләп -дөрләп янһын, - тигән теләктә таралышты сарала ҡатнашыусылар.
Рәсимә АКИЛОВА,
Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы: