16.05.2016 Һунар итеген кей ҙә ҡан тапшыр
Берәй поликлиника-маҙарға, дауаханаға барһаң әбизәтелнә "бахилы" тип аптыраталар. Закон буйынса был шыптыр аяҡ япмаһын бушлай бирергә тейеш булһалар ҙа, күп медицина учреждениелары уны һатыуҙы ойошторғандар. Һатып алып кеймәһәң шәфҡәт туташтарынан әрләнәһең.
Ә бына Өфөләге Республика ҡан тапшырыу станцияһында зәңгәр төҫтәге шыптырҙан эшләнгән бахилдар урынына һунар итектәре кейҙерәләр икән...