13.05.2016 Бүләктәр һеҙҙе көтә
Бәхетегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ киләме, дуҫтар? Ашығығыҙ. Фотола күрһәтелгән приздарҙың – парник йыйылмаһы, шешлек шампурҙары, шешлек ҡурыу мангалы, баҡса һиптергесе, йыйылмалы ултырғыс, барбекю селтәре, пикник һауыт-һабаһы – тап ошо мәлдә ял иткәндә һәм баҡсала ҡулланылған үтә лә кәрәкле әйберҙәрҙең һеҙҙең өлөшкә лә төшөүе мөмкин.
Уларҙы ҡулығыҙға төшөрөргә теләһәгеҙ, “Йәшлек”кә яҙылығыҙ һәм квитанция күсермәһен беҙгә хат менән ебәрегеҙ.
Һәр кесе йомала редакцияла осраҡлы һайлап алыу ысулы менән еңеүсе билдәләнә. Әүҙемерәк булығыҙ!
Конверт тышына яҙыр өсөн адресыбыҙ: 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 8-й этаж, редакция газеты “Йэшлек”, “Приз каждую неделю!”
Был аҙнаның еңеүсеһе – Салауат районының Тирмән ауылынан Фәғилә Исхаҡова. Ул йыйылмалы ултырғыс менән бүләкләнә. Бүләкте килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН кәрәк буласаҡ.