11.05.2016 Тунеядецтарҙы - әрәмтамаҡтарҙы эшләргә мәжбүр иткән законды хуплайһығыҙмы?
Cанкт-Петербургтың Закондар сығарыу палатаһы эшләмәй ятҡандар өсөн яза биреүҙе ҡараған законды (закон о тунеядстве) тергеҙеү тәҡдиме менән сыҡҡан. Эш тәҡдим ителеп тә 6 ай эшһеҙ ятҡандар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Элекке СССР ваҡытында был закон бар ине.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 20 млн. кеше рәсми рәүештә теркәлмәй генә эшләй, 18 млн. кеше бөтөнләй эшләмәй.
Депуттарҙың әрәмтамаҡтарҙы эшләргә мәжбүр иткән законын хуплайһығыҙмы? Яуаптар көтәбеҙ!
Фекерҙәрегеҙҙе "Бәйләнештә" селтәрендәге "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмөнә ебәрегеҙ.