10.05.2016 Ә беҙҙең ауылда... 6 май
Был аҙнала беҙ Хәйбулла, Баймаҡ райондарынан һәм Учалы ҡалаһынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Гөлкәй БАЙСУРИНА,
Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылы:
– Беҙҙең ауылдың Ағинәйҙәр клубы Йылайыр районының Яманһаҙ ауылы ағинәйҙәре менән дуҫлашты. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, эштәребеҙ менән таныштырабыҙ, йолалар күрһәтәбеҙ. Апрель айында яманһаҙҙарҙы саҡырып, баш итен ашатыу йолаһын атҡарҙыҡ. Ғәҙәттә, яҙ етеүгә, һуғым ите бөтөүгә, баш итенә лә сират етә. Онотолоп барған йоланы тергеҙәйек тип, ололарҙан баш ите аштары, рәт-сираты хаҡында белештек, мал-тыуар тураһында әйтем-теләктәрҙе иҫкә төшөрөп, сценарий төҙөнөк.
Ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алғас, тәүҙә, ҡышты имен-һау сығыуыбыҙға, яңы үләнгә аяҡ баҫыуыбыҙға шөкөр итеп, йылдың мул, тыныс килеүен теләп, аят уҡыттыҡ. Өҫтәлгә тел, ҡолаҡ, ҡойҡа, дерелдәк кеүек аш-һыу әҙерләнек, итле һалманан һуң ҡоротлап һурпа эсерҙек, табын аҙағында ағас ҡалаҡтар менән ит һоғондорҙоҡ. Сәй алдынан йырлашып-бейешеп алдыҡ. Байрамда балалар баҡсаһы һәм мәктәп балалары әүҙем ҡатнашты, улар уйындар күрһәтте. Саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды, үҙ ҡулдарыбыҙ менән әҙерләгән бүләктәребеҙ бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.
Резеда ВӘЛИЕВА,
Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы:
– Республикала күркәм һәм данлы ауылдарҙан һаналған Сыңғыҙҙа милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тип янып йәшәүселәр бихисап. Тыуған ауылым халҡы әленән-әле матур, изге эштәре менән тирә-йүндәгеләрҙе шатландырып, яҡташтарын ғорурландырып тора. Бынан бер нисә йыл элек Сыңғыҙ ауылы кешеһе Хәмит Ҡарамырҙин йырсы Ғәзим Ильясовҡа тай бүләк иткәйне. Ә быйыл ауылдашыбыҙ Бикбулат Буранғолов йәш йырсы Иҙел Нурғәлинды атлы итте. Һай, афарин, сыңғыҙҙар! Таланттарға бай төбәк таланттарҙы күрә һәм баһалай белә!
Гөлшат УСМАНОВА,
Учалы ҡалаһы:
– Учалыла башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола башланы. Был юлы үҙенең тәжрибәһе менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая һәм Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Гүзәл Уҙаҡбаева уртаҡлашты. Тағы ла Яңы Байрамғол ауылындағы “Әхирәттәр” үҙешмәкәр фольклор төркөмөнә йөрөүсе апайҙар үҙҙәренең төбәгенә хас булған яғаны тергеҙеү эшенә тотондо. Ауылда һаҡланып ҡалған боронғо яға, элекке фотолар, башҡорт халҡының биҙәнеү әйберҙәре тураһындағы китап – был сығанаҡтар нигеҙ итеп алына. Апайҙар әйтеүенсә, улар 19 майҙа Учалы ҡалаһында үтәсәк ғилми-ғәмәли конференцияға эшләп бөтөргә тырышасаҡ. Тап бына шундай апайҙар халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларын һаҡлай һәм тергеҙә лә инде.