28.04.2016 Хәрби намыҫ ҡушыуы буйынса… (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Ҡурҡыныс һәләкәт эҙемтәһен бөтөрөүҙә Әбйәлил районынан ун бишләп кеше ҡатнаша
Бынан теүәл 30 йыл элек Чернобыль АЭС-ында авария булыуын һәр кем белә. Атом электр станцияһы шартлау сәбәпле, беҙҙең райондан да ун бишләп кеше һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итеү өсөн ебәрелә. Минең үтенесем буйынса, үҙҙәренең хәтирәләре менән Әбйәлил районының Асҡар ауылынан өлкән сержант Салауат Исмәғил улы Дәминдәров уртаҡлашты.
1986 йылда иң тәүгеләрҙән булып рядовойҙар Таңғатар Әлимғужин, Фәрит Кәримов, Хәмит Нотфуллин, Миңлейәр Хәмитов ебәрелә. 1988 йылда Салауат Дәминдәров, Рәйес Мәсәлимов, Миҙхәт Кәримов, Мәүлит Ҡолмөхәмәтов, Рәсүл Низаметдинов, Рәхимйән Сәйәхов, Вилдан Халиҡов, Тәлғәт Шәкиров, Айрат Шәмсетдинов, Булат Яныбаев Украинаға оҙатыла.
17 ғинуарҙа медкомиссия үткәндән һуң, ун кешене запастағы хәрбиҙәрҙе йыйылыу пунктына Өфөгә оҙаталар. Бында килгәнсе ниндәй бурыс йөкмәтеүҙәрен белмәйҙәр. Йыйылыу пунктында Башҡортостандың хәрби комиссары Чернобыль атом электр станцияһында шартлау булғанын һәм уны зарарһыҙландырыуҙа егеттәрҙең ярҙамы кәрәклеген белдерә.
… Бер айлыҡ курсты Тоцк хәрби лагерында үткәндән һуң, егеттәрҙе химик-дегазаторщиктар һәм химия разведчиктары курстарында уҡыталар. Курстарҙы бөткәндән һуң уларҙы ЧАЭС-тың төрлө яғына ебәрәләр.
– Беҙ Прикарпатский хәрби округының Житомир өлкәһендәге Яңы Ратуша ауылына барып урынлаштыҡ. Унан 70 саҡрым алыҫлыҡта ЧАЭС урынлашҡайны. Палаткалы ҡаласыҡта йәшәнек, – тип хәтерләй Салауат Исмәғил улы. – Иртәнге сәғәт алтыла торабыҙ, иртәнге аштан һуң машиналарҙа 30 саҡрымға тиклем ағыуланыу зонаһына хәрби частар һәм милиция постары торған ергә тиклем килгәс, икенсе машиналарға тейәлеп (ә улар зонанан сыҡмай ине), станцияға тиклем бара инек. Санпропускник аша үткәс, кейем алмаштырып, йәғни эш кейемдәрен кейеп, һәр беребеҙ ручка-дозиметр алып, түш кеҫәбеҙгә нығытҡас, эшкә тотонабыҙ. Һәр саҡ битлектә йөрөйбөҙ, төҙөлөп бөтмәгән 5 – 6-сы блокта дегазация, дезактивация эштәрен үткәрәбеҙ.
Зарарланыу кимәлен билдәләгәс, зарарланған ҡорамалдарҙы, сүп-сарҙы махсус крандар менән махсус тәғәйенләнгән машиналарҙа әҙерләнгән соҡорҙарға (могильник) күмәбеҙ.
Көнөнә 1,5 – 2 сәғәт зарарлы территорияла булырға тура килде.
Эш сәғәтенән һуң, ручка-дозиметрҙан алып, радиация дозаһын яҙып барҙылар.
Чернобыль һәм Припять ҡалаларына командировкаларға ла йөрөнөк.
Билдәле бер нормала нурланыш дозаһын алғандан һуң, Әбйәлил егеттәренә, 5 – 6 айҙан хеҙмәттәрен тамамлап, тыуған яҡҡа ҡайтыу бәхете тейә. Ҡайтҡас, Салауат Исмәғил улы автомеханик булып эшләй, ете йыл ПУ – 61-се часында янғын һүндереү ҡарауыл начальнигы була. Әлеге көндә – хаҡлы ялда. Асҡар ПУЖКХ-һынан насос станцияһы операторы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар. Әлеге көндә олатай-өләсәй булып, ике ейән, өс ейәнсәргә күңел наҙы, йән йылыһы бүлешеп матур донъя көтәләр.
Районға ҡайтҡас, ликвидаторҙарға компенсация түләнә. Пенсияға 55 йәштән сығыу мөмкинлеге лә бирелә. Ҡайһы берҙәренә санаторийҙарға барыу өсөн путевкалар ҙа бүленә. 2011 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат та бирелә башлаған. Салауат Исмәғил улы күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, матур хыялдар менән йәшәүен дауам итә.
Артыҡ нурланыш алыу сәбәпле, беҙҙең райондан Чернобылдәге шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙан ете кеше был яҡты донъяла юҡ инде. Нурланыш алыу уларҙың һаулығына зыян килтергән.
Ваҡыт – дауа, тиҙәр…
Тик үлгәндәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Әленән-әле был ваҡиға иҫкә төшөп, әҙәм күңелдәрен ҡанатып тороуын онотоп булһасы...