21.04.2016 23 апрелдә башҡорт теленән региональ диктантты Әхәт Мортазин уҡыясаҡ
Иртәнән һуң, 23 апрелдә башҡорт телендә буласаҡ региональ диктантты популяр диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыясаҡ.
Ә ниндәй әҫәрҙән өҙөк диктант итеп һайланасағын ойоштороусылар сер итеп тота.
Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция. Унда теләгән һәр кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел. Диктант яҙғанда үҙе күрһәткән псевдоним йәки серле һүҙе буйынса БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтынан һөҙөмтәләрҙе ҡарарға була.
Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 23 апрелдә сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында, республиканың юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа ойошторола.
Белешмә өсөн телефондар (347) 272-33-82; 273-82-72.
Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инеп, диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.