21.04.2016 "Ауылға ҡыҙҙар килде"
Дуҫтар! Йылы-наҙлы яҙ менән!!! Ә беҙ һеҙҙе бик шәәп спектаклгә саҡырабыҙ! Шатланып, көлөп, кәйефтәрҙе күтәреп, рәхәтләнеп ял иткегеҙ килә икән, килегеҙ беҙгә! Иҫ киткес тамашанан ситтә ҡалмағыҙ! Инеү бушлай! Эйе-эйе, сөнки М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" фольклор-театр ансамбле бөтә республика буйынса "Студент яҙы-2016" ойошторған "Театр яҙы" фестивалендә ҡатнаша!
Наил Ғәйетбайҙың "Ауылға ҡыҙҙар килде" комедияһында ҡыҙҙарҙың ауылдарҙан күпләп китеүе, ә егеттәрҙең шул арҡала кәләш ала алмауы, балалар тыумауы, мәктәптәрҙең ябылыуы, ауылдарҙың ҡороуы тураһында бәйән ителә.
Һеҙҙең көслө алҡыштарығыҙ беҙгә бик терәк буласаҡ, бына һеҙҙән шул ғына! Ә беҙҙән - спектакль! Беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!