20.04.2016 "Һылыуҡай-2016" бәйгеһендә Гран-при - Күгәрсен һылыуы ЭЛЬВИРА Ҡарамышевала! АФАРИН!
Күгәрсен һылыуы ЭЛЬВИРА ҠАРАМЫШЕВА "Һылыуҡай-2016" бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды. Эльвира афарин! Киләсәктә уңыштар, яңынан яңы асыштар һиңә!!!
Еңеүсе менән таныштырып үтәйек. бына үл үҙе тураһында нимәләр яҙа:
Мин Эльвира Ильгиз ҡыҙы Ҡарамышева булам. Миңә 18 йәш. Башҡортостан республикаһының иң матур тәбиғәтле Күгәрсен районының Мораҡ ауылында донъяға килгәнмен.
Тормошҡа мин бик етди ҡарайым, ҡуйған маҡсатарыма һәр саҡ ирешергә тырышам. Башҡорт теленә ғашиҡмын, шуға күрә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология факультетында 1 курста белем алам. Сәнғәткә булған һөйөүем "Йөрәктау" фольклор ансамбленә килтерҙе.
Киләсәктә башҡорт телен, мәҙәниәтен данлап, тыуған еремә файҙалы шәхес булырыма ышанам! Күгебеҙҙең тыныс, аяҙ, халҡымдың бәхетле булыуын, ғәзиз республикамдың сәскә атыуын теләйем!