19.04.2016 Проблемалар булһа - шылтырат!
Өфөнөң «ИНДИГО» психолог-медик-социаль оҙатыу үҙәге телефон һәм интернет аша кисектергеһеҙ психологик ярҙам алып булыуы тураһында хәбәр итә.
Белгестәр шылтыратыу-мөрәжәғәт итеүҙәрҙе бушлай, аноним һәм бер кемгә лә әйтмәй ҡабул итә.
Психологик ярҙам тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уны алыр өсөн:
- 8(347)223-22-11, 8-800-7000-183 телефондарына шылтыратырға;
− www.indigo-gorod.com адресы буйынса "ИНДИГО" ойошмаһы сайтында;
- "Скайпта" indigo2232211 адресы буйынса шылтыратырға;
- "Бәйләнештә" селтәрендә Светлана Шабаловаға яҙырға мөмкин.