18.04.2016 Әбештәр "Беҙ яратҡан кинолар" күрһәтте
Мәликә Күскилдина хәбәр итә:
Хәйбулла районының беҙ йәшәгән Әбеш ауылы биләмәһендә Кино йылына арналған төрлө саралар үткәрелә. Ошо көндәрҙә Әбеш мәҙәниәт йортона биләмәгә ҡараған ауылдарҙан "Беҙ яратҡан кинолар "исемле бәйгегә йыйылдылар. Шарт буйынса һәр команда кинонан өҙөк, йыр, бейеү һәм бер ирекле концерт номеры әҙерләргә тейеш ине.
Сара башында ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов ғүмер буйы киномеханик булып эшләүсе Сәлимйән Әминевҡа һәм Фәтих Теләүғоловға рәхмәт хаттары, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Бына, ниһәйәт, бәйге башланды! Әбеш ауылының 1 командаһы "Кавказская пленница", 2сеһе - "Джентельмены удачи", Үрнәк ауылы - "Операция "Ы" или приключения Шурика" , Һаҡмар-Наҙарғолдар "Сәк-сәк" фильмдарынан өҙөк күрһәтте. Кинонан йыр күрһәткәндә лә командалар һынатманы, бигерәк тә "Д"Артаньян һәм өс мушкетер" фильмындағы кеүек, бәйгеселәр ағас "аттарға атланып килеп сыҡҡас, тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Кинон бейеүендә "Мимино" ,"Любовь и голуби" ,"Свадьба на Малиновке " фильмдарын тәҡдим иттеләр. Ирекле концерт номерында Һаҡмар-Наҙарғолдыҡылар джаз бейеһә, Үрнәк һәм Әбеш командалары хорҙа йырланы. Әбеш ауылы әүҙемдәре киномеханик Сәлимйән ағай Әминевҡа (Айнур Асҡаровтың "Еңмеш" киноһында ла киномеханик ролен башҡара") арнап яҙған йырын - авторы Айгөл Әминева (мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе) - тамашасылар аяҡ өҫтө баҫып дәррәү алҡыштарға күмде. Был барлыҡ ауылдаштарҙың Сәлимйән ағайға оло хөрмәте һәм рәхмәте ине.
Бәйге булғас еңеүсе лә, еңелеүсе лә була. Гран при - Һаҡмар-Наҙарғолдарға эләкте, ике 1 урын Әбеш ауылы командаларына һәм 2 урын Үрнәк ауылына бирелде.