RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

14.04.2016 Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Чернобыль АЭС-ындағы 4-се энергоблок шартлағас, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә тәүҙә вертолеттар ҡатнаша. Бының өсөн иң оҫта, Афған һуғышын үткән летчиктар саҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Афғанда ут-үлем күргән, имен ҡотолған юғары класлы осоусылар радиацияның мәкерле ялҡынында утҡа эләккән күбәләк кеүек яна... Тоғро “дуҫтары” - вертолеттар ҙа ҡабат ҡулланылмаҫлыҡ хәлгә етә һәм зарарланған техника отстойниктарына илтеп ҡуйыла.

Был видеояҙманы КГБ - Дәүләт именлеге хеҙмәте оперативниктары төшөргән. Видео оҙайлы ваҡыт йәшерен тип иҫәпләнгән – унда шартлауҙың бар эҙемтәләре күренә. Блок урынынан аҡһыл төтөн күтәрелә - графит яна. тирә-яҡта реакторҙы барлыҡҡа килтергән конструкциялар харабаға әйләнеп һибелгән.



Ә был яҙманы Чернобыль фотографы Игорь Костин төшөргән (әйткәндәй ул былтыр мәрхүм булды). Реактор урынындағы соҡор төбөндә Ҡыҙғылт әйберҙәр – ҡыҙған ядро яғыулығы - ТВС һәм ТВЭЛ-дар.


Вертолеттар ярҙамында тикшереү шуны асыҡлай – реактор юҡҡа сыҡҡан, уның емереклектәре ҡот осҡос радиация бүлеп сығара, төптә ағыулы графит яна һәм төтөн менән бергә радиоактив матдәләр тарала. Ғалимдар тәҡдиме буйынса, утты һүндереү һәм активлыҡты туҡтатыу өсөн, харабаларға вертолеттар менән ҡом, ҡырсынташ, доломит, бор кислотаһы, ҡурғаш ташлайҙар. Летчиктар тәүлегенә әллә нисәмә тапҡыр осалар.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)







Аҙаҡ эште ҡулайлаштырғандар. Таҡта алып, ҡомло тоҡтарҙы уның буйынса шыуҙырыу, иҫке парашюттарҙы төйөнсөк һымаҡ бәйләп, эсенә ҡом, доломит, ҡурғаш тултырып, уны тыштан вертолетҡа элеү һәм реакторға ташлау иң яҡшы һөҙөмтәләр бирә.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)



Тиҙҙән реакторға бейеклектән ҡом-доломит-ҡурғаш ташлауҙы туҡтатҡандар. Теүәл ташлау мөмкин бөлмаған һәм реакторҙың ҡалдыҡтары өҫтөнә ауырлыҡ артҡан.
Аҙаҡтан вертолеттарҙы дозиметрик разведкалауҙа ҡулланғандар. Улар шулай уҡ махсус полимер шыйыҡса – барда менән станция тирәһен һиптергәндәр. “Бардольер” вертолеттарҙан төшкән был матдә ергә эләккәс бөтә саңды, шул иҫәптән радиоактив матдәләрҙе ҙенә туплап ҡата. Аҙаҡтан уны һыҙырып алырға һәм могильникта күмергә генә ҡала.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)




Вертолетҡа трос менән датчиктары булған махсус көмбәҙ эленгән. Уның менән реактор өҫтөнән осоп үтеп, төрлө күрһәткестәр алғандар.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)


Чернобылдә йәмғеһе 32 вертолет эшләгән. Уларҙы ошолайтып радиациянан таҙартҡандар. Аҙаҡ бар осҡос техника Рассоха отстойнигына урынлаштырылған. Уларҙы ваҡыт үтеү менән мародерҙар һүтеп урлап, металл һынығына тапшырған.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Камов КА-26 вертолетының 3-сө энергоблок янынан осҡан мәле
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Радиация һәләкәте эҙемтәләрен бөтөргәндә самолеттар ҙа ҡулланылған. Мәҫәлән бына ошо Ан-30 СССР-ҙың Госкомгидромет ойошмаһы өсөн һауаның радиацияһын үлсәгән. Бының өсөн ян-яҡта буйынса фильтр гондолалары ҡуйылған.
Самолеттар киҫкен торошло ауырыуҙарҙы эвакуациялаған. Бынан тыш улар ярҙамында 1986 йылдың йәйендә ЧАЭС һәм 30 саҡрымлыҡ зонала ямғырҙарҙы ҡыуғандар. Ҙур бейеклектә самолеттар йодлы көмөш һипкәндәр һәм ямғырҙар радиация менән бысранған ерҙән ситтә яуған. Ни өсөн ямғыр ярамаған тиерһегеҙ – яуым-төшөм һыуҙары радионуклидтарҙы Припять йылғаһына, аҙаҡ Киев һыуһаҡлағысына, Днепрға ағыҙып төшөү хәүефе булған.
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-се реактор өҫтөндә саркофаг төҙөлөп бөтөр алдынан, уның янында Ми-8 вертолеты һәләкәткә осрай. Летчиктарҙың күҙен ҡояш сағылдыра һәм улар кран тростарын күрмәй, уға винт ҡанаттары менән эләгә. Вертолет ергә ҡолай һәм бар экипаж һәләк була.

Саркофаг төҙөлөшө көнө-төнө дауам итә. Төндә эшләгәндә яҡты булһын өсөн хатта аэростат ҡулланалар.
Германиянан килтерелгән “Демаг” крандары емерек энергоблок өҫтөнә тимер-бетон, металл конструкцияларҙы урынлаштырғанда улар менән алыҫтан, телевизион аппаратура менән идара иткәндәр. Ләкин камералар ҡараңғыла насар эшләгән. 70 метрҙағы эш урынын яҡтыртыу өсөн прожекторҙарҙы яҡындағы биналарға ҡуйып булмай – улар түбәндә, 40 метр бейеклектә урынлашҡан.
Ә бына ДКБА аэростаты һауаға күтәрелеп, унда сикһеҙ ваҡыт эленеп тора ала. Радиация ла уға зыян итмәй, йөктө – был осраҡта прожекторҙар йыйылмаһын да күтәрә ала. Аэростатҡа 40 киловатт ҡеүәтендәге лампалар ҡуйыла һәм уны көнъяҡтан күтәрәләр. Иртәнсәк уны ергә төшөргәндәр, кәрәкһә гелий газы өҫтәгәндәр.
Монтажсылар аэростатты “люстра” тип атаған. Крансыға командаларҙы ла шулайтып биргәндәр: «Малый поворот направо! А теперь придержи, тень откуда-то взялась». Икенсе рациянан күрше бункерға: «Мужики, дайте „люстру“ чуть влево. Темно там, братцы!» тип әйткәндәр.

Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Чернобыль күгендәге ҡыҙыу эш (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне