14.04.2016 Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты «Башҡортса диктант яҙ ҙа, белемеңде тикшер!» девизы аҫтында башҡорт теленән региональ диктант ойоштора.
Бындай яҙма һынау былтыр тәүгә үткәрелгәне һымаҡ, йылына бер тапҡыр, бөтә ерҙә лә бер үк көндә уҙасаҡ. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә бер үк текст тәҡдим ителә.
Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция. Унда теләгән һәр кеше ҡатнашып, үҙенең белемен тикшерә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел. Диктант яҙғанда үҙе күрһәткән псевдоним йәки серле һүҙе буйынса БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтынан һөҙөмтәләрҙе ҡарарға була.
Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 23 апрелдә сәғәт 10-да БДУ-ның төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01, 02-се аудиториялар) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама, Учалы филиалдарында, республиканың юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә һ.б. ойошмаларҙа ойошторола.
Белешмә өсөн телефондар (347) 272-33-82; 273-82-72.
Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, БДУ-ның regdict.bashedu.ru сайтына инеп, диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.
Диктант буйынса яңылыҡтарҙы БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН РЕГИОНАЛЬ ДИКТАНТ һәм "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәрендә биреп барасаҡбыҙ.