RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

13.04.2016 Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Беренсе фотоны ҡарайыҡ.
Вертолеттан төшөрөлгән фотола 1986 йылдың яҙы йәки йәйендәге Припять тулыһынса тиерлек күрһәтелгән. Ҡала йыйнаҡ ҡына, һәр береһе ҙур квартал хасил иткән биш микрорайондан торған. Ҙурлығы буйынса ул Минск йәки Киев кеүек ҙур ҡалаларҙың “спальный” - кеше тик йоҡларға ҡайтҡан районы менән бәрәбәр. Шулай ҙа дезактивация эштәре ҙур күләмдә башҡарылған һәм күп көс талап иткән. Фотолағы биләмәләлә йөҙәр тонна тупраҡ сығарылған.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Ә бына икенсе фотола Припять ҡалаһының картаһына күҙ һалайыҡ. Унда ҡаланың ЧАЭС-ҡа ҡарата урынлашыуын һәм микрорайондарҙы күрергә мөмкин. Ҡыҙыл уҡтар шартлауҙан һәм аҙаҡ графит яныуҙан һуң барлыҡҡа килгән радиоактив төтөндөң таралыу юлдарына ишаралай. Припятҡа уңыш йылмайған тиергә мөмкин – авария көндәрендә ел ҡаланы ситләтеп иҫкән. Ошо сәбәп менән көслө радиация ағымдары төньяҡтан һәм көнбайыштан киткән. Аҙаҡтан уларҙы Төньяҡ һәм Көнбайыш эҙҙәре тип исемләгәндәр. Әгәр ҙә ел ҡалаға туранан-тура иҫһә, 26 апрелға ҡараған төндә үк ҡала халҡы тиҙ арала нурланыш ауырыуына дуҫар булып ҡырылыр ине.
Радиация елдәре Припятты ситләтеп иҫеүгә ҡарамаҫтан, 26 апрель кисенә табан фон сәғәтенә 1 рентген тәшкил иткән. Был иһә тәбиғинән 70-100 мең тапҡырға артыҡ.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Кешеләр ситкә күсерелгәс, Припять ябыҡ тораҡ пункты статусын ала. Ҡалаға инер өсөн махсус пропуск күрһәтергә кәрәк була; улар төрлө рөхсәт кимәлен күрһәтә — «Пропуск в Чернобыль», «Пропуск в Припять», «Пропуск везде». Ҡаланы уратып тимерсыбыҡтан кәртә ҡуялар һәм унда сигнализация ҡуйыла. Эскә үтер өсөн КПП аша документ күрһәтергә кәрәк. Сит кеше Припять биләмәһенә инә алмаған.
Аҙаҡтан ғына, Союз бөткәс тәртип яғы аҡһай башлай. Мародерҙар йөк машиналары менән инеп металл артынан һунар итә башлай. Әле лә был дауам итә.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Дезактивация эштәрен ике төргә бүлергә мөмкин – биналарҙы радиоактив саңдан йыуып таҙартыу һәм тупраҡ ҡатламын алыу. Бынан тыш фатирҙарҙағы әйберҙәрҙе махсус күмеү урындарына - могильниктарға оҙатыу ҙа булған. Фотоларҙа “Юпитер” заводы дөйөм ятаҡтары биналарын таҙартыу күрһәтелгән. Был тирәлә радиация фоны ныҡ юғары булып, әле лә һаҡлана.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Биналарҙы янғын һүндереү машиналары ошолай итеп һиптертеп йыуғандар. Ҡайһы берендә ябай һыу ҡулланылған, тигеҙ урындарҙа махсус полимер состав һиптерткәндәр. Уны кипкәнен көтөп, һыҙырып алғандар – радиоактив өлөшсәләр пленкаға эйәреп сыҡҡан.
Бетон һәм кирбес радиацияға бирешмәй, өҫтөн генә йыуыу етә. Ә бына металл үҙенә һеңдерә һәм уға дезактивация үткәреп булмай. Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)


Эшселәр машинаның һыу багын тултырырға әҙерләнә
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)


Янғын һүндереү машинаһы бинаны йыуа. Фотола күренеүенсә һыу ағымы 9 ҡатлы йорттоң өҫкө ҡаттарына барып етерлек көс менән этәрелә. Аҫҡы ҡаттарға кәмерәк көс ҡулланылған – юғиһә һыу бар тәҙрә быялаларын ярған.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)


Янғын һүндереүселәрҙең техникаһынан тыш, Припять биналарын йыуыуҙа БелАЗ шассиһындағы УМП-1 һыу ҡойоп йыуыу машинаһы ла ҡулланылған. Һүрәттә күренеүенсә ошондай машина ҡаланың Беренсе һәм икенсе микрорайондары араһынан үткән Ленин проспектын йыуа.
БелАЗды тәүҙә 16 ҡатлы йорттарҙы йыуыуҙа ҡулланып ҡарағандар, ләкин һыу компрессоры бик көслө һыу ағымы биргән. Һөҙөмтәлә 10-12-се ҡаттарҙағы тәҙрә быялалары селпәрәмә килгән.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)


Биналарҙы йыуғандан һуң сираттағы этап башланға. Радиоактив саң ҡунған тупраҡты һыҙырып алыу эше байтаҡҡа күләмлерәк булған.
Ҡайһы бер урында ошондай бульдозерҙар эшкә ҡушылған. Ул көрәге менән тейешле ҡалынлыҡта – күп осраҡта 30-40 сантиметрҙа тупраҡты ҡырған һәм өйгән.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Шулай ҙа күбеһенсә тупраҡ һыҙырыу кеше көсө менән башҡарылған. Һүрәттә – дезактивация хеҙмәте һалдаттары Беренсе йәки икенсе микрорайондағы дөйөм ятаҡтар янында көрәктәр менән КаМАЗ-5511 үҙбушатҡысы кузовына тупраҡ тейәй. Аяҡтарында ОЗК бахилалары, бер нисәүһенең өҫтөндә кизе-мамыҡ фуфайка, ҡалғандары ОЗК-ның плащын ябынған.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Балалар баҡсаһы биләмәһендә эш ҡайнай. Өҫкә ҡалҡҡан бордорҙар тупраҡтың шаҡтай ҡалынлыҡта әрселеүен күрһәтә.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Мәктәп янында
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Йөк тейәгес МАЗ-5335 үҙбушатҡысына тупраҡ тейәй. “Юпитер” заводы янында тип әйтергә мөмкин – бында радиация күләме ныҡ ҙур була.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Эшселәр тупраҡ һыҙырғанда тәпке лә ҡулланған. Уртала дозиметрсы ДП-5 дозиметры менән экспозиция дозаһын үлсәй.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Сәскә түтәленең һул яғы таҙартылған, уң яғы әлегә бысраҡ.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Припять ихаталарының берәүһендә. КрАЗ үҙбушатҡысы, автотейәгес күренә. ЮМЗ экскаваторы ла кадрҙа урын алған.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Балалар баҡсаһы биләмәһендә махсус комиссия үлсәүҙәр яһай. Нимәһе ҡыҙыҡ – баҡса бинаһы тәҙрәләре полиэтилен шыптыр менән тыштан көпләнгән. Күрәһең унда 1986 йылдың йәйендә-көҙөндә авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр йәшәгән һәм пленка өҫтәмә рәүештә радиоактив саңдан һаҡлаған.
Ә бына һул яҡтағы күп ҡатлы йорттоң тәҙрә быялалары ни өсөндөр селпәрәмә килгән. Ел һуҡҡанмы, әллә янғын һүндереү машинаһынан сыҡҡан һыу ярып бөткәнме – быныһы билдәһеҙ.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Фотоның сифаты насар булһа ла бында фатирҙарҙы таҙартыу эше күренә. 1986 йылдың көҙө ахыры – йорт буйына трактор арбаһы йәки йөк машиаһы ҡуйыла, тәҙрәләрҙән әйберҙәрҙе ташлайҙар. Аҙаҡтан радиациялы әйберҙәр могильниктарға алып барып ерләнгән. Фатирҙарҙа диван-стенка, шкаф кеүек мебель ғына ҡалған.
Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне