05.04.2016 Аҙна аҙағына йылытасаҡ.
Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошона Көньяҡ Урал өҫтөндә барлыҡҡа килгән циклон йоғонто яһаясаҡ. Ул үҙе менән ҡар ҡатыш ямғыр алып киләсәк. Республиканың көнсығышында яуым-төшөм айырыуса күп яуыуы көтөлә. Бынан тыш, төндә һәм иртәнсәк юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Һау температураһы көндөҙ +3,+8, төндә +3,+2 градус.
Аҙна аҙағына йылытасаҡ. Был юғары атмосфера баҫымы һөҙөмтәһе булып тора. Ғөмүмән әйткәндә синоптиктар апрелдең тәүге ун көнөндә һауа температураһы уртаса алғандан ике градусҡа йылы буласаҡ тип вәғәҙәләй.