31.03.2016 Шәжәрәлә быуын сылбыры
27 март көнө Әбйәлил районының Байым ауылы мәҙәниәт йортонда Рәхмәт ауылы ҡыҙы, арҙаҡлы шәхес, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың "Шәжәрәлә быуын сылбыры" тип исемләнгән нәҫел ебен барлау кисәһе үтте. Осрашыу хәтирәләргә үтә лә бай, йөкмәткеле булды. Кисәгә килгән барлыҡ тамашасы Фирҙәүес апайҙың һәр һүҙен ҙур иғтибар менән тынлап, үҙенә фәһем алып ҡайтҡандыр тип ышанабыҙ.
Был кисә тураһында мәҡәлә иртәгә, "Йәшлек"тең 13-сө һанында сығасаҡ, сайтыбыҙҙа ла урын аласаҡ. Ә әлегә, кисәлә төшөрөлгән фотоларҙы ҡарағыҙ.