RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”

14.03.2016 “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”

Атҡан йондоҙ
Ҡапыл ғына пәйҙә булдың кеүек,
Гүйә күктән йондоҙ ҡойолдо.
Балҡығандай булды бөтә донъя,
Әллә миңә шулай тойолдо?
Аҙға ғына мин менгәндәй булдым
Зәңгәр күктең ете ҡатына.
Ҡанат елпеп бейектәргә остом,
Атланғандай бәхет атына.
Бәхет аты – аҡ толпарым мине
Ҡояш нурҙарында тирбәтте.
Айға менеп, йыһан киңлегендә:
“Бәхет ерҙә”, – тиеп киҫәтте.

Атайыма
Бер йыл, атай, һинең киткәнеңә
Беҙҙе ташлап ожмах иленә.
Бәхетлеләр генә, изге йәндәр
Китә, тиҙәр, тыуған көнөндә.
Иҫән саҡта һис тә уйланмайбыҙ,
Мәңге йәшәр кеүек атайҙар.
Үкенһәк тә, терһәк тешләп булмай,
Киткән ерҙән ҡабат ҡайтмайҙар.
Балаларың бергә йыйып алып,
Бер ваҡытта аҡыл һатманың.
Нәсихәттәр уҡып, бер туҡтауһыҙ
Ҙур маҡсаттар беҙгә таҡманың.
Кәрәк ерҙә генә әйтә инең:
“Йәшәй белеп ерҙә йәшәгеҙ,
Ваҡытығыҙ йоҡлап үткәрмәгеҙ,
Һәр минуттың ҡәҙерен белегеҙ!”
Һинең һүҙҙәр, бик хаҡ һүҙҙәр, атай.
Үҙең ерҙә шулай йәшәнең.
Бер минутың һинең буш үтмәне,
Һоҡланырлыҡ, атай, үткәнең.

Үкенес
Мин ерҙәмен, ныҡлы баҫып торам,
Йылдар мине күптән һынаған.
Маңлайҙарға бураҙналар һалып,
Сәстәремде аҡҡа буяған.
Балалар ҙа үҫеп буйға еткән,
Ейән-ейәнсәрҙәр алмашта.
Донъя бөтөн, барыһы ла теүәл,
Тик ниңәлер күңел бошона.
Йөрәк көтә... Нимә көтә һуң ул?!
Кемде көтәлерме, белмәйем...
Ҡараштарым меңдәр араһынан
Кемделер бит эҙләй, һиҙәмен...
Наҙҙар эҙләп моңһоу күҙҙәр баҡты,
Һинме әллә минең көткәнем?
“Бәхетем һин, таптым. Күҙҙәр нурым,
Ғүмер буйы һине эҙләнем!”
Ниндәй татлы һүҙҙәр! Таныш тауыш!
Әйләнеп тә китте башҡайым.
Тыныслан, тип, ҡосағыңа алдың,
Һағындым бит һине, аппағым!
Юл сатында шулай баҫып ҡалдыҡ,
Яландағы ике тирәктәй...
Ике йөрәк бергә, бергә тибә,
Ирендәр ҙә татлы, еләктәй!
Ҡайҙа йөрөгәнбеҙ күпме йылдар,
Аҙмы ғүмер сарыф ителгән.
Һөйөү наҙын тоймай, мөхәббәтһеҙ,
Парлы килеш, яңғыҙ үтелгән!
* * *
Мин – ҡатын-ҡыҙ! Эйе, мин –
ҡатын-ҡыҙ,
Шуны бары яңы аңланым...
Тормош йөгөн тартып килә торғас,
Бәхет поезына һуңланым.
Ҡул болғаны миңә йәшлек йәрем,
Гүйә, мәңгелеккә хушлашты.
Поезд китте. Баҫып ҡалдым юлда,
Яҙмыш ярҙарында аҙашып

Аҡһын...

Туҡтатмайым йәште... Аҡһын, әйҙә!
Аҡһын, әйҙә, яҙғы даръялай...
Аҡһын әле, бәлки, еңеләйер
Күңелемдәге ауыр яралар.
Аҡһын әле, бәлки, әселеге
Баҫыр йән әсеүен, әрнеүҙе...
Йәшем менән йыуып булһа икән
Үкенесле үткән ғүмерҙе…
Аҡҡас, аҡһын әйҙә күҙ йәштәре,
Аҡҡан кеүек ғүмер үрҙәре.
Рәнйеүҙәрҙән артыҡ ҡайғы бирмә,
Эй, Хоҙайым, аңла әҙәмде...

Ниңә кәрәк ирҙәр?!
Ниңә кәрәк ирҙәр, ауыр саҡта
Иңдәреңдән килеп ҡосмағас?
Ниңә кәрәк ул ир, һинең менән
Донъя йөгөн бергә тартмағас?
Күҙҙәреңә ҡарап, хәлең һорап,
Мин бит һинең менән, тимәгәс?
Һин ярҙамға мохтаж булған саҡты,
Өҙгөләнгән, ғазапланған саҡты
Алдан һиҙеп, күрә белмәгәс?
Ниңә кәрәк һуң ул, әрнегәндә,
Өшөгәндә ҡосағына алып,
Йән йылыһы өрөп тормағас?
Ниңә кәрәк? Ниңә? Бирсе яуап?!

Лиза ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне